Дравич Милена

Милена Дравич (сер. Милена Дравић, 5 октябрь 1940, Белград — 14 октябрь 2018, шунда уҡ) — югослав һәм серб театр актрисаһы, шулай уҡ кинола ла уйнаған.

Биографияһы

Бала сағында Милена бейеү менән шөғөлләнгән, атап әйткәндә, балет менән мауыҡҡан, ә кинола дебюты 1959 йылда булған.

Тәүге уңыш йәш актрисаға Артыҡбикә (рус. Лишняя) фильмында ҡатнашҡандан һуң килгән (1962). 1971 йылдан актриса Белградтағы Мастерская 212 театрында уйнай башлай. Бында ул Ведекинд Франк, Эден фон Хорват, Ионеско, Душан Ковачевич һәм башҡа билдәле драматургтарҙың пьесаларында ҡатнаша. Шулай уҡ телевидениела эшләй.

Өс тапҡыр тормошҡа сыға. Актрисаның өсөнсө ире серб актёры Драган Николич була.

Югослав һәм серб кино йондоҙо 78 йәшендә 2018 йылдың 14 октябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була [6][7].

Һайланма фильмография

Бүләктәре

Павле Вуйисич премияһы (1994). Жанки Стокич театраль премияһы (2004).

Иҫкәрмәләр

  1. Milena Dravić // Filmportal.de — 2005.
  2. 1 2 Brozović D., Ladan T. Milena Dravić // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 б. — ISBN 978-953-6036-31-8
  3. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 1 2 Umrla Milena Dravić (серб.)
  5. Чешская национальная авторитетная база данных
  6. Умерла легендарная актриса сербского и югославского кино Милена Дравич
  7. Милена Дравич(недоступная ссылка)

Һылтанмалар