Дәүләтшин Валерий Рафиҡ улы

Дәүләтшин Валерий Рафиҡ улы (1 февраль 1964 йыл) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. СССР-ҙың спорт мастеры. Тренер.

Биографияһы

Валерий Рафиҡ улы Дәүләтшин 1964 йылдың 1 февралендә Куйбышев ҡалаһында тыуа. Өфө хоккей клубында тәрбиәләнә. Салауат Юлаев хоккей клубындағы дебюты 1981 йылдың 10 мартында СССР чемпионатының ҡунаҡ матчында Мәскәүҙең «Динамо»һы менән уйында була (6:7)[1]. Һигеҙ миҙгел Өфөнөң «Авангард» хоккей клубының икенсе лигаһында уйнай, һирәк-һаяҡ «Салауат Юлаев» өсөн сығыш яһай.1989/1990 йылдар миҙгелен Омскиҙың "Авангарды"нда үткәрә, артабанғы биш йылда «Салауат Юлаев» командаһында уйнай. 1994/1995 йылдарҙағы Йәштәр хоккей лигаһының бронза призеры. 1995 йылда Федерацияның Европа кубогына эйә була. Словенияның 1995/1996 йылдарҙа чемпионаттың бронза призеры булған "Спортина Блед клубы[2], Рәсәй чемпионатында (1996—1998)юғары лигала Мейәстең «УралАЗ» командаһы өсөн уйнай.

2004/2005 миҙгелдең тәүге яртыһында Хабаровскийҙың «Амур-2» хоккей клубында баш тренер була. 2006—2008 йылдарҙа — Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһы тренеры, 2009—2012 йылдарҙа "Салауат Юлаев"тың 1998 йылғы уйнсылары командаһы тренеры. 2013/2014 йылдарҙа СКИФ НН ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы тренеры була һәм команданы Рәсәй чемпионы кимәленә күтәрә. Главный тренер 2014/2015, 2016/2017 йылдарҙа «Амур юлбарыҫтары» командаһының баш тренеры, 2017/2018 йылдар уйын миҙгеленән алып 2019 йылдың 25 октябренә тиклем тренеры була. 2014/2015 йылдар миҙгелендә континенталь хоккей лигаһының «Амур» хоккей клубы баш тренеры, киләһе миҙгелдә — тренеры[3]. 2020—2022 йылдарҙа Бөтә Рәсәй хоккей лигаһында Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы баш тренеры. Бер үк ваҡытта 2021—2022 йылдарҙа Санкт-Петербургта 1-се Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры булып та эшләй[4]. 2022/2023 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубының өлкән тренеры[5]. Уның етәкселегендә клуб Рәсәй чемпионы исемен яулай. Миҙгел барышында шулай уҡ төрлө халыҡ-ара турнирҙарҙа шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһының баш тренеры була[6].