Дәһри (журнал)
«Дәһри» — ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал.
1929 йылдың майында Өфөлә башлап сыға. Башҡортостандың өлкә советының атеистар (дәһриҙәр) союзы органы. Атеизм рухы менән һуғарылған, дингә ҡаршы көрәш маҡсаты менән сығарылған журнал. Дин һәм фән хаҡында байтаҡ мәҡәләләр баҫтыра. Сатирик хикәйәләр, фельетондар ҙа урын ала. Материалдар башҡорт һәм татар телдәрендә бирелә.
Мөхәррире — шағир, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Булат Ишемғол.
Журнал 1930 йылдан «Аллаһыҙ (журнал)» исеме менән сығыуын дауам итә.
Әҙәбиәт
Был мәҡәлә өсөн {{Журнал}} ҡалып-карточкаһы тултырылмаған. |
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.