Ева Яниковски
Биографияһы
Ева Этелька Наметта Кучеш 1926 йылдың 23 апрелендә Венгрияның көньяғында урынлашҡан, ҙурлығы яғынан илдең өсөнсө булған Сегед ҡалаһында тыуған[4]. 1944 — 1948 йылдарҙа Сегед университетында философия һәм халыҡ ижадын (фольклор), артабан ике йыл Будапешттағы Лоранд Этвеш исемендәге университетта — философия, психология һәм политэкономия өйрәнә. 1950 йылда уҡыуын тамамлай һәм педагог дипломы ала.
1950 — 1953 йылдарҙа Мәғариф министрлығының уҡыу әсбаптары бүлегендә референт булып эшләй, аҙаҡ дүрт йыл буйына Ifjúsági Könyvkiadó йәштәр китап нәшриәтендәмөхәррир була. Һуңыраҡ Ференц Мор нәшриәтендә баш мөхәррир вазифаһын башҡара.
Csip-Csup тип исемләнгән беренсе китабын Ева Яниковски 1957 йылда баҫтырып сығара. Уның әҫәрҙәре тематик яҡтан башлыса балаларҙың һәм ололарҙың көндәлек кисерештәр һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар фонындағы мөнәсәбәттәренә бағышланған. Яҙыусының ҡайһы бер китаптары буйынса анимацион һәм телефизион фильмдар төшөрөлгән.
Яниковскиҙың күп китаптарына рәсем-һүрәттәрҙе график Ласло Ребер (1920—2001) яһаған.
Әҙип шулай уҡ фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа, журналдарҙа эшләй, радио- һәм телетапшырыуҙарҙа даими ҡатнаша.
Ева Яниковски 2003 йылдың 14 июлендә вафат була. Будапешттың Фаркашрети зыяратында ерләнгән.
Шәхси тормошо
1952 йылда табип Бела Яниковскиға кейәүгә сыға, 1955 йылда уларҙың улдары Янош тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хәтер
- Әҙип хөрмәтенә 2003 йылда Будапешттағы мәктәпкә уның исеме бирелә[6].
- 2004 йылда Ева Яниковски фонды ойошторола.
Әҫәрҙәре
|
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Eva Janikovszky // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ What Are Hungarian Books for Children Like Today? 2009 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Tradíciók - Hírességeink - Janikovszky Éva 2014 йылдың 9 декабрь көнөндә архивланған., tomorkenygimn.hu
- ↑ Список лауреатов премии за 2003 год 2017 йылдың 8 июнь көнөндә архивланған. (венг.)
- ↑ A Janikovszky Éva Általános Iskola és Gimnázium honlapja 2014 йылдың 17 май көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Сайт о Еве Яниковски (венг.)
- Felnőttek iskolája - Janikovszky Éva és a meseírás bei Magyar Narancs (венг.)