Европа (мифология)
Европа (бор. грек. Εὐρώπη) — боронғо грек мифологияһында[1] Финикия батшаһының ҡыҙы. Исеме финикий теленән «байыу»[2] (Көнбайыш[3]) йәки боронғо грек телендә «киң», ευρύς — киң, όψις — күҙҙәр.
Европаның кемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Барлыҡ версиялар буйынса, ул Ҡадманың апаһы, тик атаһы төрлөсә күрһәтелә. Бер версия буйынса, ул — Феникс ҡыҙы[4], Агенора ейәнсәре; шағир Асий версияһы буйынса — Феникс һәм Перимеда ҡыҙы[5][6][7][8].
Европаны Зевстың урлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Легенда буйынса, Европа ап-аҡ тәнле, наҙлы ҡарашлы һылыу ҡыҙ була. Зевс уны күреп оҡшата.
Зевс ун ике Олимпия аллалары араһында иң мөһим алла була. Зевс һауа торошо менән идара итә, Мойранан (яҙмыштан) башҡа һәр кемгә бойороҡ бирә ала. Посейдон һәм Аид уның ағалары була. Ул улар менән донъяны бүлешеп алырға килешә, һәм Зевс күкте, Посейдон диңгеҙҙе, Аид ер астын ала.[9][10] Асыуы килгәндә Зевс көслө йәшен йәшнәтәсәге тураһында һөйләгән. Ул һеңлеһе Гераға өйләнә, әммә башҡа алиһәләр һәм әжәлле ҡатындар менән бәйленеше һәм балалары күп була. Олимпия уйындары Зевс хөрмәтенә үткәрелә.
Зевс Европа эргәһенә ҡаршылыҡ осратмайынса ғына барыр өсөн аҡ үгеҙгә әүерелә. Европа әхирәттәре менән сәскәләр йыйып, диңгеҙ ярында уйнағанда аҡ үгеҙ ҡиәфәтендә Зевс уға яҡынлаша ла ҡыҙҙы арҡаһына ултыртып алып ҡаса. Ул уны Крит утрауына алып килә. Крит утрауында Зевс сибәр егеткә әүерелеп, Европаға булған теләген тормошҡа ашыра. Улар платон ағасының күләгәһендә бергә булғандан һуң, был ағас бер ҡасан да япраҡтарын ҡоймай ти. Европа Зевстан өс бала тыуҙыра: Минос, Радамант һәм Сарпедон[11].
Зевс Европаны мәмерйәлә йәшереп тота. Мөнәсәбәттәренең аҙағында Зевс Европаға иҫтәлеккә 3 бүләк бирә: үҙен һаҡлаһын өсөн бронзанан мөһабәт һын, бер ваҡытта ла сәптән яҙа китмәгән һөңгө, кейекте тотмай ҡалмаған һунар эте.
Һуңынан Европа Крит батшаһы Астерионға кейәүгә сыға. Астериондың балалары булмай, шуға ла ул утрау менән хакимлыҡ итеүҙе Европаның Зевстан тапҡан улдарына ҡалдыра.
Сәнғәттәге образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәскәүҙә үткән Европа майҙанында Киев вокзалы янында «Европаны урлау» тигән фонтан ҡоролған: никель, хром һәм титан иретмәһенән ҡойолған торбаларҙың үрелеше йөҙөп барған үгеҙҙең мөгөҙҙәрен һынландыра. Йәки үгеҙ (Зевс) мөгөҙҙәренә уралған ҡыҙ һыны — Европа.
- Одессала Оло фонтан юлында (Оло фонтандың 9 станцияһы) 1994 йылда ҡалаға 200 йыл тулыу айҡанлы «Европаны урлау» фонтаны ҡуйыла. Скульпторы Токарев А. П., архитекторы Чепелев В. Н.).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.419-420, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.1. С.565
- ↑ Тантлевский И. Р. История Израиля и Иудеи до разрушения Первого Храма. СПб, 2005. С.9
- ↑ Кадм, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гомер.
- ↑ Павсаний.
- ↑ Овидий.
- ↑ Гигин. Мифы 178
- ↑ Схолии к Платону. Тимей 24е // Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С.223, видимо, речь о другой Европе
- ↑ Kevin Osborn, Dana Burgess. The Complete Idiot's Guide to Classical Mythology. — Alpha Books. — P. 72. — ISBN 0028623851.
- ↑ Hamilton, Edith (1942), «Mythology», Boston: Back Bay Books, сс. 467, ISBN 978-0-316-34151-6
- ↑ Псевдо-Аполлодор.
- ↑ Фонтаны Москвы#Фонтан «Похищение Европы»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Европа, в греческой мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- http://www.new-euro-banknotes.eu/Europa-Series/The-Myth-of-Europa