Егоров Игорь Владимирович

Егоров Игорь Владимирович (10 сентябрь 1940 йыл) — хужалыҡ эшәкәре. 1985 йылдан XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе.

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты, экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы

Игорь Владимирович Егоров 1940 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1957 йылда слесарь булып башлай, һуңынан институтта лаборант булып эшләй. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хеҙмәт итергә саҡырыла. 1963—1958 йылдарҙа XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы, өлкән оператор, ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы булып эшләй.

1985 йылдан XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында баш инженер.[1] Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы, 52-се Первомайский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональфайҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе» маҡтаулы исеме.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар