Екатеринбург операцияһы
Екатеринбург операцияһы | |||
---|---|---|---|
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||
Дата | 5 июль – 20 июль 1919 йыл | ||
Урыны | Урал | ||
Нәтижә | Ҡыҙыл армияһы Екатеринбургты Уралдың тау-заводтар өлөшөнөң башҡа ҡалаларын баҫып ала | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
|
|||
Командирҙар | |||
|
|||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
|
|||
Юғалтыуҙар | |||
|
|||
|
Екатеринбург операцияһы — 1919 йылдың июлендә үткән РККА-ның Көнсығыш фронтының 2-се һәм 3-сө армияларының Себер армияһы көстәренә ҡаршы ҡаршы һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө.
Ҡыҙыл армияһының һөжүме 5 июлдә, уның өсөн уңышлы тамамланған Пермь операцияһынан һуң, башлана. 3-сө армия Кама һәм Сылва йылғалары буйлап рубеждарҙа тора, ә 2-се армия Сылва һәм Өфө һыу айырғысын биләй. 2-се армияның туранан-тура һөжүмдәрен аҡтарҙың Удар корпусының ҡаты ҡаршылығы туҡтата. Ул саҡта РККА-ның 28-се уҡсылар дивизияһы отрядтары уларҙың позицияларын тау юлдарынан урап үтә һәм тылдан һөжүм итә. Ошо ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһендә Себер армияһы отрядтары ҡамауҙа ҡала һәм ҡыйратыла. 15 июлдә РККА Екатеринбургка инә.
3-сө армия (Н. Д. Томин етәкселегендәге 2 мең ҡылыслы кавалерия отряды) ғәскәрҙәре аҡтарҙың төп позицияларын тау юлдарынан урап үтеп, тылдан һөжүм итәләр. Был ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһендә Себер армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Уның ҡалдыҡтары Ялуторовск — Тобольск рубежына сигенә.
Хәрби ғәмәлдәрҙең төп һөҙөмтәһе: РККА частары Уралдың төп ҡалаларын һәм заводтарын — Рәсәйҙең мөһим сәнәғәт районын — баҫып алыу.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983