Ерән барҡылдаҡ
Тасуирлама
Оҙонлоғо 23 см булған ерән барҡылдаҡ ике үҙенсәлекле төргә бүленә: T. n. naumanni и T. n. eunomus.
T. n. naumanni
Кәүҙәһенең өҫтө көрән. Күкрәге һәм ҡабырғалары тутыҡ ҡыҙыл таплы менән аҡ. Ҡойроғо тутыҡ ҡыҙыл. Был төр Үҙәк һәм Көнсығыш Себерҙең көньяғында үрсей. Ҡоштарҙы Үҙәк һәм Көнбайыш Европала һирәк осратырға мөмкин.
T. н. eunomus
Тәндең өҫкө өлөшө — ҡара-көрән, ҡанат япмаһы һәм ҡойроғо ҡыҙыл-көрән төҫтә. Тәндең аҫҡы өлөшө аҡ төҫтә, күкрәгендә ҡара таптарҙың киң һыҙаты, ҡабырғаларында ҡара төҫтәге таптар ҙа бар. Ҡойроғо ҡара төҫтә. Төрҙәр Үҙәк һәм Көнсығыш Себерҙең төньяғында үрсей. Ҡоштар Үҙәк һәм Көнбайыш Европала һирәк осрай.
Вокализация
"Квег" тип саҡырыу мышар барҡылдағының саҡырыуына оҡшаған, ә йыры аҡбауыр барҡылдағының йырына оҡшаған.
Туҡланыуы
Бөжәктәр, емеш-еләк, орлоҡ менән туҡлана.
Үрсеү
Ояһын 1—4 метр бейеклектәге ағастарҙа йәки ҡыуаҡлыҡтарҙа төҙөй. 3-тән алып 7-гә тиклем йомортҡа һала.
Иҫкәрмә
- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 312. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — 845 с. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
Әҙәбиәт
- Svensson lars, Grant Peter J., Mullarney Killian, Dan Zetterström: Der Kosmos Vogelführer neue. Kosmos, Stuttgart; 1999. ISBN 3-440-07720-9
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Рыжий дрозд(недоступная ссылка)