Етеҙ бүртә (йыр)

«Етеҙ бүртә» (урыҫ. Быстрый караковый конь) (башҡ. Етеҙ бүртә) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр).

Тарихы

Етеҙ генә бүртә ваҡ-ваҡ юрта,
Етер еркәйенә тиҙ етә.
Ашаған да бөтә, кейгән туҙа —
Татыу йәшәүҙәргә ни етә.

«Етеҙ бүртә» йырының һүҙҙәре.

Ниғмәт Шоңҡаров башҡарыуындағы был йырҙы 1960 йылда Камил Рәхимов яҙып ала.

Йөкмәткеһе

Кешеләр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр тураһындағы лирик йыр. Мәғүлүмәт биреүсенең һөйләүенсә, был йыр Дим буйы башҡорттары араһында бик күптән йырланған.

Характеристикаһы

«Етеҙ бүртә» көйө минор пентатоникаға ҡоролған. Формаһы — ике юллы (АВВ).

Әҙәбиәт

  • №31 Етеҙ бүртә 286-сы бит
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Һылтанмалар