Ефимов Александр Анатольевич
Александр Анатольевич Ефимов (рус. Ефимов Александр Анатольевич; 1960 йылдың 21 октябре, Ҡасим[d], Рязань өлкәһе) — тренер. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ-ара категориялы судья (2001). Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004)[1].
Башҡортостан Республикаһы Пауэрлифтинг федерацияһы президенты (1990). Коммерцияға ҡарамаған автономиялы «Башҡортостан республикаһының спорт саралары ойоштороу һәм үткәреү буйынса идаралығы» ойошмаһы идарылығы начальнигы.
Биографияһы
Александр Анатольевич Ефимов 1960 йылдың 21 октябрендә Рязань өлкәһе Ҡасим ҡалаһында тыуған[1].
1983 йылда - Өфө авиация инстиитутын, 1988 йылда — Ҡурған юғары хәрби-сәйәси авиация училищеһын тамамлаған.
1990 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының спорт буйынса Дәүләт комитеты эргәһендәге «Физкультура һәм сәләмәтлек» бәләкәй предприятиеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Пауэрлифтинг федерацияһы президенты[1].
1994 йылдан башлап «Ирбис» спорт клубы президенты.
2006 йылдан алып -«Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығы» республика йәмәғәт ойошмаһы начальнигы.
Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында И. Е. Абрамов, Н. А. Асабин, С. Я. Мор, Ф. З. Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ 20-нән ашыу Рәсәй спорт мастеры[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 ЕфимовАлександр Анатольевич. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
- ↑ Знакомство со звездами пауэрлифтинга России. Федерация Пауэрлифтинга Республики Башкортостан (20 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
Һылтанмалар
- ЕФИМОВ Александр Анатольевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сергей Мор менән Интервью