Жале Инан

Жале Инан (төр. Jale İnan; 1 февраль 1914 йыл, Истанбул — 26 февраль 2001 йыл, Истанбул) — Төркиәнең классик археологы. Истанбул университетының классик археология профессоры. Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарынан иң беренсе археолог булараҡ билдәле[5].

Биографияһы

Жале Инан 1914 йылдың 1 февралендә Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда археология музейы директоры Азиз Оган ғаиләһендә тыуған. Ҡыҙ атаһы юулын дауам итеп, археолог булырға ҡарар итә. 1934 йылда Жале Инан ҡыҙҙар өсөн урта мәктәпте тамамлай һәм университетҡа уҡырға инә. Бында башта медицинаны өйрәнә, сөнки был ваҡытта Төркиәлә археологик кафедралар булмай. 1935 йылда стипендия ала, был уға Берлинға Германия археология институтына уҡырға барырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш Мюнхен ҡалаһында классик археологияны өйрәнә, 1943 йылдың мартында Герхард Роденвальд етәкселегендә «Kunstgeschichtliche Untersuchung der Opferhandlung auf römischen Münzen» тигән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ 1943 йылда кире Төркиәгә әйләнеп ҡайта, бында Истанбул университетының боронғо тарих һәм нумизматика кафедраһы ассистенты булып китә. 1944 йылда граждан инженеры Мостафа Инанға кейәүгә сыға, ул һуңыраҡ Истанбул техник мәктәбендә уҡыта. 1947 йылда Төркиәнең тәүге классик археологияһы профессоры Ариф Мөфид Манселдең ассистенты була. Уның менән бергә ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша.

1953 йылда хабилитация процедураһын үтә һәм 1963 йылда профессор исемен ала. 1975 йылда ул Манселде кафедра мөдире вазифаһында алыштыра һәм кафедраны 1983 йылға тиклем етәкләй. Жале Инан Германия һәм Австрия археология институттары ағзаһы була. Уның Перге һәм Сиделағы археологик тикшеренеүҙәре Төркиәлә археология үҫешенең һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауҙың төп нигеҙе булып китә.

Хәтер

Анталия ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар музейы Жале Инан иҫтәлегенә арнап йыл һайын «Йыл ҡатын-ҡыҙы» премияһын тапшыра[6].

Хеҙмәттәре

  • Roman and early Byzantine portrait sculpture in Asia Minor. London 1966. (соавтор)
  • Roman sculpture in Side. Ankara 1975, (Researches in the region of Antalya; 8).
  • Römische und frühbyzantinische Porträtplastik aus der Türkei. Neue Funde. Mainz 1979, ISBN 3-8053-0391-2. (соавтор)
  • Toroslar’da bir antik kent: Lyrbe? Seleukeia? = Eine antike Stadt im Tauros-Gebirge. Ankara 1998. (Kazi monografileri dizisi; 5). ISBN 975-7538-93-0.
  • Perge’nin Roma Devri Heykeltraşlığı, Band 1: Istanbul 2000, ISBN 975-6899-50-6, Band 2: Istanbul 2003, ISBN 975-6899-87-5.

Әҙәбиәт

  • N. Basgelen, M. Lugal (Hrsg.): Festschrift für Jale İnan. Istanbul 1989, ISBN 975-7538-06-X.
  • Wolfgang Radt: Jale Inan. in: Gnomon 74, 2002, S. 285—288.
  • Angelika Dierichs: Ein Leben für die Archäologie. Jale Inan, die erste türkische Archäologin. in: Antike Welt 36,2 (2005) S. 42-44.

Иҫкәрмәләр

  1. Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Record #40179628 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  3. 1 2 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11903896X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  4. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  5. Dirican, Murat. Türkiye Arkeolojisinde Bir Hanımefendi: Jale İnan (Turkish) // Bilim ve Teknik (инг.)баш.. — Ankara, Turkey: Türkiye Bilimsel ve Teknolojik Araştırma Kurumu (Scientific and Technological Research Council of Turkey), 1998. — Август (№ 369). — С. 84—90. — ISSN 1300-3380. Архивировано 5 март 2016 года. Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine
  6. Virtual Women’s Museum Antalya, Turkey awards «Woman of the year» prize 2017 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә