Занет Фёдор Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Фёдор (Тодур) Занет
гаг. Todur Zanet
Zanet with label 5.jpg
Исеме: Фёдор Иванович Занет
Тыуған көнө: 14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны: СССР, Молдавия ССР-ы, Конгаз ауылы
Гражданлығы: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Молдавия Молдавия
Эшмәкәрлеге: шағир, прозаик, драматург, журналист, публицист, переводчик
Йүнәлеше: шиғыр, проза
Жанр: шиғыр, повесть, пьеса
Әҫәрҙәре яҙылған тел: гагауз
Наградалары: Ҡалып:Орден «Трудовая слава» (Молдавия)

Фёдор Иванович (Тодор) Занет (гаг. Todur Zanet, 14 июнь 1958 йыл, Молдавия ССР-ы Конгаз ауылында тыуған[1]) — гагауз шағиры, яҙыусы, драматург, тикшеренеүсе, фольклорсы, переводчик, публицист. Гагауз Милли гимны авторы (22.07.1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1988—1994 йылдарҙа һәм 1999 йылдан башлап хәҙерге көнгә тиклем гагауз телендә сығарылған беренсе һәм берҙән-бер «Ana Sözü» гәзитенең баш мөхәррире[2]. 1993 йылдың 25 сентябренән гәзит латин графикаһында сыға.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20-нән артыҡ йыр тексы һәм 10-дан ашыу шиғри йыйынтыҡ, проза, балалар һәм мәктәп өсөн китаптар, пьесалар авторы.

Гәзит һәм журналдарҙа 1000-дән артыҡ мәҡәлә баҫтырып сығарған; «Bucaan dalgasında» программаһында эфирға 200-ҙән артыҡ авторлыҡ программаһы сыҡҡан.

М. Эминеску[3], Г. Виеру, И. Друцэ, Г. Георгица, А. Ахматова, Л.Толстой, М. Лермонтов, А. Пушкин, М. Баджиев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен гагауз теленә тәржемә итә. Гагауз теленә тәржемә ителгән һәм Молдавия телевидениеһында яҙҙырылған Жан Расиндың «Баязид» шиғри пьесаһы Молдова Дәүләт телерадиоһының алтын фондында урын алған.

«Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларация»һын (17.12.1989) гагауз теленә тәржемә итә һәм баҫтырып сығара.

Фәнни мәҡәләләр авторы. Комрат дәүләт университеты студенттарының диплом эштәренең ғилми етәксеһе була. 2010 йылда гагауз халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» исемле ғилми хеҙмәтен баҫтыра. Был эште Молдова Республикаһы Фәндәр Академияһы филология институты һәм Әзербайжан республикаһы Милли фәндәр академияһы фольклор институты тәҡдим иткән.

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Zamanêêrsın, evim! / Иҫәнме, ата йорто!: шиғырҙар. — 1989, 1990.
  • Карымӂалык: пеетлӓр / Ҡырмыҫҡа ояһы: шиғырҙар. Гагауз телендә. Мәктәпкәсә һәм кесе уҡыу йәштәге балалар өсөн. — Кишинёв: Литература артистикэ, 1989. — 48 б. — ISBN 5-368-00845-7. 
  • Böcecik / Ҡояш апай: Балалар өсөн әлифба . — 1991. (Балалар баҡсаһы һәм башланғыс кластар өсөн дәреслек)
  • Akardı batıya güneş / Ҡояш көнбайышҡа табан ауып төштө: шиғырҙар. — 1993.
  • Gıcırdêêr kafamın çarkları / Баш мейеһе күсәрҙәре шығырҙай : шиғырҙар. — 1993.
  • Akar yıldız / Атылған йондоҙ : шиғырҙар йыйынтығы— 1998.
  • Dramaturgiya / пьесалар. — 2006.
  • Onnar geldilär sabaalän / Улар таң алдында килделәр: повесть. — 2008 (нәшер ителмәгән)
  • Ana Dilim / Туған тел: шиғырҙар. — Баку, 2010 (әзерб. телендә баҫылған; «Төрки донъяһы шағирҙәре») серияһы.
Пьесалары
  • Aaçlık kurbannarı / Аслыҡ ҡорбандары. — 1998.
    • // Viaţa Besarabiei. — 2006. (рум.)
    •  — Төркиә, 2009.
  • Büülü maaza / Мөғжизәле мөғәрәп. — 2004[4].
Йырҙары
  • Şen oynêêr gagauzlar
  • Yaşa, halkım! (Йәшә, халҡым!)
  • Vatan (Ватан)
  • Koy adımı… (Исемемде ҡуй)
  • Sän Çadır, gözäl Çadır (Тирмәм, гүзәл тирмәм)
  • Sana sevdam
  • Saurgun
  • Af et[5]
  • Zamanêêrsın, evim!(Иҫәнме, ата йорто!)
  • KDU (Komrat Devlet Universitetın ofiţial gimnası) (Комрат Дәүләт Университетының рәсми гимны)
  • O gecä (Шул төндә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «BAY» журналыНЫҢ әҙәби премияһы (Балкан әҙиптәре һәм мәғрифәтселәре) (1998)
  • Гагаузия миҙалдары (2000, 2009)
  • Луисвиллдың Почетлы гражданы (АҠШ, 2003)
  • Халыҡ-ара китап күргәҙмәһе дипломы (2007) — «Dramaturgiya» китабы өсөн
  • Gloria Muncii ордены (22.7.2010)[6]
  • Молдова Милли китапханаһының дипломы (2010) — «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» китабы өсөн
  • 2010 йылғы (2011) Молдова яҙыусылар Союзының «Халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәр» номинацияһында әҙәби премияһы — «Gagauzluk: Kultura, Ruh, Adetlär» китабы өсөн
  • Шиғриәт өлкәһендә «Kibatek» әҙәби премияһы (2013)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ныне — Комратский район, Гагаузия, Молдавия.
  2. Ana Sözü. anasozu.com. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года.
  3. Тодур Занет презентовал в Кишиневе поэму «Лучафэрул», переведенной на гагаузский язык. Автономия.md. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года. 2013 йылдың 31 август көнөндә архивланған.(рус.). Автономия.md. Тәүге сығанаҡтан 2013 йылдың 31 август көнөндә архивланған. архивланған 31 август 2013. 15 август 2013 тикшерелгән.
  4. Всемирный день театра. Примэрия города Чадыр-Лунга (27 март 2012). Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года.
  5. Afet аnam : Гагаузская песня : (Maks Gargalik). WikiBit.net. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года.
  6. Указ Президента Республики Молдова № 437 от 22.07.2010 «О награждении группы писателей государственными наградами». Registrul de stat. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года.(рус.). Registrul de stat. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 август 2013. 15 август 2013 тикшерелгән.
  7. В Кишиневе вручены премии литературного салона "Kibatek". МолдПресс (3 июль 2013). Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]