Виеру Григоре Павлович
Тәүге йылдары
Григоре Виеру 1935 йылдың 14 февралендә Бессарабияның Хотин өйәҙе Перерыта ауылында (хәҙер Молдова Республикаһы Бричан районы) Павел һәм Евдокия Виеру ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала була.
Тыуған ауылында ете класс тамамлай һәм артабан белемен Липканы ҡалаһында икенсе урта мәктәбендә дауам итә.
1958 йылда Иона Крянгэ исемендәге Кишинев дәүләт педагогия институтының тарих һәм филология факультетын тамамлай. Студент сағында, 1957 йылда «Alarmă» (балалар өсөн шиғырҙар «Шом») исемле беренсе китабы сыға. Шул уҡ йылда «Ленин осҡоно» гәзите мөхәррире вазифаһында эш башлай.
1959 йылдың 8 июнендә Раиса Накуға өйләнә. 1960 йылдың 16 июнендә Григоре Виеруның улы тыуа, уға Теодор исемен ҡушалар.
Ижады
«Молдаван китабы» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй, бында уның балалар өсөн ике шиғырҙар йыйынтығы сыға — «Făt-Frumos curcubelul» һәм «Bună ziua, fulgilor!». 1963 йылда балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы « Mulţumim pentru pace» («Тыныслыҡ өсөн рәхмәт») һәм шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр йыйынтығы — «Făguraşi» нәшер ителә. 1965 йылдың 19 июнендә Григоре Виеру ғаиләһендә икенсе улдары Кэлин тыуа, ә 1967 йылда ул Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы менән бүләкләнә.1968 йылда рус телендә «Һинең исемең» («Исеме твое») шиғырҙар йыйынтығы сыға. Был китапты республика әҙәби тәңҡитселәре юғары баһалай.
1973 йылда Г. Виеру совет яҙыусылары делегацияһы составында Румынияға бара, «Secolul XX» («XX быуат») румын гәзите мөхәррирҙәре менән осраша. Һуңынан «Әсәй» исемле (шиғырҙар, 1975), мәктәпкәсә йәштәге бала өсөн «Albinuţa» («Бал ҡорто») (1980), «Fiindcă iubesc» («Сөнки яратам») (шиғырҙар, 1979) китаптары сыға.
1984 йылда «Мелодия» фирмаһы «Дискоклуб» серияһында Виеру шиғырҙарына Сильвия Кирияк, София Ротару, Штефан Петраке, Анастасия Лазарюк башҡарыуындағы Анатолий Кирияк йырҙар йыйынтығын сығара. Григоре Виеру шиғырҙарына («Adio», «Amor», «Молодость-цветок», «Песня о моей жизни», «Нежная мелодия», «Романтика»") йырҙарҙы София Ротару башҡарҙы[2].
Күп кенә молдаван композиторҙары Григоре Виеру шиғриәтенән илһам алған:
- Злата Ткач;
- Ян Фрайбург;
- Петр Теодорович;
- Давид Гершфельд;
- Александр Муляр;
- Евгений Доға;
- Соломон Шапиро;
- Дмитрий Георгицэ;
- Павел Ривилис;
- Юлия Цибульская;
- Семен Лунгул;
- Марк Копытман;
- Василий Загорский;
- Ион Алдя-Теодорович.
Шағир үҙе йыр көйҙәре авторы була («Să creşti mare»), «Poftim de intraţi») һәм уның «Cine credе» йырҙар йыйынтығы сыға. Яҙыусының башҡа шиғырҙары ла йырға һалына — «Павлик Морозов: ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге галстук» (Pavlik Morozov: Cravata lui cea purpurie…), «Гүзәл Молдова» (Moldovă frumoasă), «Беҙ колхозда йәшәйбеҙ» (Noi vom trăi în comuna, Злата Ткач музыкаһы), «Ҡыҙыл Октябрь» (Octombrie cel roşu, Злата Ткач музыкаһы), «Беҙҙең флаг» (Steagul nostru, Валерий Ротару музыкаһы), «Пионерҙар килә» (Trec pionerii, Павел Ривилис музыкаһы)[3][4].
Сәйәси эшмәкәрлеге
80-се йылдар аҙағында Румыния һәм Молдавияны берләштереү Хәрәҡәтенең иң актив ҡатнашыусыларының береһе була. 1989 йылда Молдавия ССР-ның халыҡ депутаты итеп һайлана. Кишиневта күп һанлы патриотик митингтарҙа ҡатнаша.
2001 йылдан һуң хакимлыҡ иткән Коммунистар партияһына оппозицияла була[5].
Вафаты
2009 йылдың 15 ғинуарынан 16-на ҡараған төндә Басарабяска — Кишинев трассаһында Яловен районы Дэнчень ауылынан алыҫ түгел ерҙә автомобиль аварияһына эләгә. Виеру үҙе пассажир була, руль артында Милли академия халыҡ бейеүе «Жок» ансамбленең директор урынбаҫары Георгий Мунтяну була. Кишинев ҡалаһы полицияһы авария сәбәбе тиҙлекте арттырыуҙа һәм машина йөрөтөүсенең арығанлығында тип белдерҙе[6][7].
Григоре Виеру Кишинев ҡалаһы «Ашығыс ярҙам» машинаһында больницаға алып киләләр, бында ул төндә — 2009 йылдың 18 ғинуарында сәғәт 1:20 вафат була[8]. 2009 йылдың 20 ғинуары шағирҙың үлеме айҡанлы Молдавияла Матәм көнө тип иғлан ителә[9].
Кишиневта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгән[10].
Исемен мәңгеләштереү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (16.11.1984)
- «Почёт Билдәһе» ордены (28.10.1967)
- Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы (1967)
- Молдавияның Дәүләт премияһы (1978)
- Г. Х. Андерсен Почётлы дипломы (1988)
- Әҙәбиәт буйынса «Геркулес» премияһы (1991)
- «Молдова Республикаһы халыҡ яҙыусыһы» титулы (1992)
- Шиғриәт өлкәһендә Лучиана Благ Халыҡ-ара премияһы (1992)
- Молдова Республикаһы Яыусылар союзының махсус премияһы (1994)
- «Эминеску. Тыуыуына — 150 йыл» медале (2000, Румыния)
- Ион Крянге исемендәге педагогия университетының фән докторы почётлы дәрәжәһе (2005, Кишинев)[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Виеру Григоре Павлович (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ София Ротару | фан клуб «ФОРТУНА» 2010 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Библиография Григория Виеру 2012 йылдың 24 сентябрь көнөндә [https://web.archive.org/web/20120924071252/http://www.hasdeu.md/ro/resources.html?pg=13 архивланған.
- ↑ Григоре Виеру и музыка 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Справка ИА REGNUM
- ↑ Григоре Виеру был доставлен в реанимацию после ДТП. Moldova Azi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2014. 2014 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- ↑ Полиция восстановила картину дорожно-транспортного происшествия, в котором погиб поэт Григоре Виеру. Moldova Azi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2014. 2014 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Поэт Григоре Виеру ушел из жизни. Moldova Azi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2014. 2014 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- ↑ В Молдавии 20 января объявлен днем национального траура. Радио "Свобода". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2014. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Памятник Григоре Виеру был открыт на могиле поэта. Moldovenii. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2014.