Запорожье өлкәһе (Украина)
Запорожье өлкәһе (укр. Запорізька область) — Днепрҙың түбәнге ағымында урынлашҡан Украинаның административ-территориаль берәмеге.
Көнбайышта Херсон өлкәһе, төньяҡта Днепропетровск өлкәһе, көнсығышта Донецк өлкәһе менән сиктәш, көньяҡта Азов диңгеҙе менән йыуыла.
Өлкәнең майҙаны 27,3 мең км² тәшкил итә (Украинала 9-сы урын), халыҡ 2022 йыл башына 1,6 миллион кеше (7-се урын) иҫәпләнгән. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Запорожье.
Өлкә 1939 йылдың 10 ғинуарында ойошторола, ә 2022 йылдың 27 сентябрендә бөтөрөлә.
Административ ҡоролошо
5 район:
- Бердянск районы
- Васильевка районы
- Запорожье районы
- Мелитополь районы
- Пологи районы
5 ҡала округы:
- Запорожье
- Бердянск
- Энергодар
- Мелитополь
- Токмак
Һылтанмалар
- Сайт (укр.)