Усадьба XVIII быуаттың икенсе яртыһында алпауыт Д.П. Савёлов тарафынан барлыҡҡа килә. 1781 йылда уны аритиллерия капитаны И.Я. Тинков һатып ала. Ул хеҙмәт өйҙәре менән ике ҡатлы бай йорто төҙөй.
1804 йылдың ноябрь айында Тинковтың тол ҡатыны үҙенең имениеһын «диңгеҙ артиллерияһының 2-се ранг капитаншаһы» Мария Алексеевна Ганнибалға, А.С Пушкиндың оләсәһенә 28 мең һумға һата. 1805 йылдан алып 1810 йылға тиклем буласаҡ шағирҙы Захарово ауылына һәр йәй оләсәһенә алып киләләр:
Мне видится моё селенье,
Моё Захарово; оно
С заборами к реке волнистой,
С мостом и рощею тенистой
Зерцалом вод отражено…
1811 йылда ауыл М.А. Ганнибалдың туғаны Харитония Ивановна Козловаға һатыла; уның вафатынан һуң, ауылға А. А. Орлова һәм уның туғандары хужа була, унан һуң, XX быуат башында — А.М. Нечаев, 1910 йылдан һуң — Е.. Н. Голубков Н. И. Жемочкин, О. Н. Кустаревская, М. П. Щербакова хужа була.
Пушкин бала сағында булған йорт һаҡланмаған. XX быуат башында уның фундаментында яңы ағас айырым йорт төҙөлә, ул алдағы йорттоң формаларын теүәл ҡабатлай[1]. Совет осоронда йорт төрлө ихтыяждар өсөн ҡулланылған, күпмелер ваҡытта унда мәктәп тә урынлаша.