Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы

Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (20 февраль 1940 йыл21 октябрь 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-технологы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).

Биографияһы

Рәйес Нурый улы Заһиҙуллин 1940 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ишәй ауылында тыуған.

2009 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы химия-технология бүлеге мөдире, «Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһында ғәмәли химия һәм экология бүлеге мөдире.

Белеме

  • 1949—1956 йылдарҙа Ишәй ете йыллыҡ мәктәбе.
  • 1956—1959 йылдарҙа Әхмәр урта мәктәбе.
  • Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, һөнәре: химия (органик химия), 1959—1964
  • Аспирантура (ситтән тороп), СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы химия институты, 1969—1974. «Органик химия» һөнәре буйынса «N-(-аминоэтил) пиперазин химик әүерелештәрҙе тикшереү» темаһы буйынса химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1991 йылда 05.17.04 ауыр (йәки төп) органик синтез етештереү технологияһы һөнәре буйынса техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1999 йылда Юғары аттестация комииссияһы профессор ғилми исеме бирә.

Тәүге тапҡыр фәнни йүнәлеш булдыра — ациклик һәм циклик ди- һәм полиаминдар химияһы. 360-тан ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән 120-нән ашыу Рәсәй Федерацияһы патенты һәм СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары. 50-нән ашыу фәнни асыштары етештереүгә индерелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[2]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)