Зинковский Валерий Михайлович
Биографияһы
Валерий Михайлович Зинковский 1937 йылдың 1 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында тәрбиәләнә. 1969 йылда РСФСР командаһы составында чемпион исемен яулай. 1963 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
1969 йылдан алып «Уңыш» ДСО‑һы Башҡортостан өлкә советының өлкән тренеры, 1984—2006 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса республика СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1983-1987 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 20‑гә яҡын СССР спорт мастеры, әммә улы Евгений атаһының төп уҡыусыһы, үҙенең бөтә булған тәжрибәһен һәм белемдәрен ул буласаҡ чемпион Евгенийға тапшырған[1].
Оло йәшенә ҡарамаҫтан Валерий Михайлович Зинковский спорттан, сәләмәт тормоштан айырылмай: һәр иртәһен ул йөҙөү бассейнынан башлай, 80 йәшендё лә көнөнә 2-3 километр йөҙөп үтә[1]. 2017 йылда В. М. Зинковскийҙың 80-йәшлек юбилейы республикала киң билдәләнде, юбиляр бик ҡотлауҙар ҡабул итте [2]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Зинковский Валерий Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
[1] 2020 йылдың 9 октябрь көнөндә архивланған.Зинковский Валерий Михайлович