Зонд боғаҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зонд боғаҙы
индон. Selat Sunda, сунд. Selat Sunda
Straat van soenda.jpg
Характеристикалары
Боғаҙҙың уртаса ҙурлығы1,5 м
Киңлеге24 км
Оҙонлоғо130 км
Иң тәрән урыны20 м
Урынлашыуы
БүләЯва утрауын һәм Суматра утрауын 
Индонезия
Точка
Зонд боғаҙы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Зонд боғаҙы (индон. Selat Sunda) — Ява утрауын Суматра утрауынан айырыусы һәм Һинд океанын Тымыҡ океандың Ява диңгеҙе менән тоташтырыусы боғаҙ.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зонд боғаҙында вулканик сығышлы бихисап утрауҙар бар, улар араһында иң билдәлеһе — Кракатау утрауҙары, унда хәҙерге донъя тарихында 1883 йылда иң ҡеүәтле вулкан атылыуы булған.

Зонд боғаҙының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә киңлеге 24 км һәм тәрәнлеге яҡынса 20 м тәшкил итә, был ҙур суднолар йөрөшөнә проблемалар тыуҙыра. Шунлыҡтан ҙур караптар, танкерҙар, утрауҙарҙы уратып башҡа юл аша үтергә тырыша.

Оҙонлоғо яҡынса 130 км, һыу артымдары 1,5 метрға барып етә.

1960-сы йылдарҙан Суматра һәм Ява утрауҙарын тоташтырыусы күпер төҙөү буйынса фекерләшеүҙәр бара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • "Sunda Islands". Concise Dictionary of World Place-Names. John Everett-Heath. Oxford University Press 2005. Oxford Reference Online. Oxford University Press. (инг.)