Зәкиев Айҙар Миҙхәт улы

Зәкиев Айҙар Миҙхәт улы (24 декабрь 1983 йыл) — филолог, яҙыусы, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы. Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы уҡытыусыһы (2017 йылдан)[1].

undefined

Биографияһы

Айҙар Миҙхәт улы Зәкиев 1983 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Ҡаран ауылында тыуа. 9 йәшендә әсәйһеҙ ҡала.

Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Өсөнсө курста уҡығанда атаһы вафат була. Вузды 2006 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл таң» гәзитенең «Әллүки» журналында башлай[2], яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе булып эшләй[3]

Ижады

Бала сағынан уҡ ижад менән шөғөлләнә. Дүртенсе синыфта уҡығанда тәүге әкиәтен яҙа. Беренсе шиғыры район гәзитендә баҫылып сыға. Мәктәп йылдарынан уҡ «Өмет» гәзитенә яҙыша, йәш хәбәрсе исеменә лайыҡ була[2].

Китаптары

Айдар Зəкиев. Кешеләр илендә. — Уфа: Китап, 2007.[3]
Айдар Зəкиев. Күбәләк канатлы бал корты. — Уфа: Китап, 2017. — 172 с. — ISBN 978-5-295-06717-4.

Фәнни эшмәкәрлеге

8 фәнни мәҡәлә һәм 2 уҡыу-методик әсбап авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Иҙелем аҡсарлағы» конкурсының «Драматургия» номинацияһы еңеүсеһе (Ҡазан, 2011)[4]
• Йәш яҙыусыларҙың «Асыш» республика конкурсы еңеүсеһе (2023)[2][5].

Һылтанмалар