Зәңгәрһыу тәҙрә
«Зәңгәрһыу тәҙрә» (мальт. it-Tieqa Żerqa) — Урта диңгеҙҙең Гоцо утрауындағы (Мальта), Гоцо һәм Зәңгәрһыу бухтаһы эргәһендәге эзбизташтан торған 28 метрлыҡ дуға рәүешендәге арка. Туристар өсөн популяр урын.
1998 йылдан ул Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә дәғүә итә (VII, VIII, IX һәм X критерийҙар буйынса). Шторм һөҙөмтәһендә 2017 йылда емерелгән[2][3].
Геология
Арка 500 йыл дауамында абразия һәм ямғыр тәьҫире һөҙөмтәһендә формалаша[4]. Глобигерин исемле һары эзбизташтан тора. Эрозия һөҙөмтәһендә арканан киҫәктәр ватылып төшә.
2012 йылдың апрелендә ҙур киҫәк һынып төшә, шул сәбәпле арка тотороҡлолоғон юғалта, «тәҙрә» формаһы үҙгәрә. 2017 йылдың 8 мартында урындағы ваҡыт буйынса 9: 40 — ҙағы шторм ваҡытында, күп йылдарға һуҙылған тәбиғи эрозиянан һуң, арка һәм үҙаллы торған бағаналар тулыһынса емерелә.
Ваҡиға тураһында Twitter-ҙа Мальта премьер-министры Джозеф Мускат хәбәр итә[5].
Фильмдарҙа
Зәңгәрһыу тәҙрә «Битва титанов» фильмының (1981) 104-се минутында һәм "Граф Монте-Кристо"ның (2002) 13-сө минутында, шулай уҡ «Остров» (2005) фильмының башында төшөрөлә. Уны шулай уҡ Андрей Кончаловский төшөргән «Одиссея» (1997) телевизион сериалында күрергә мөмкин, һәм фэнтези жанрындағы Америка драма телесериалы «Игра престолов»" та. Һуңғыһын төшөрөү экосистеманың боҙолоуына бәйле бәхәскә килтерә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Malta's Azure Window collapses into the sea (билдәһеҙ) — 2017.
- ↑ Nature claims Gozo’s iconic Azure Window, lost forever after total collapse. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2017. Архивировано из оригинала 8 март 2017 года.
- ↑ Лазурного окна на острове Гоцо больше не существует. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Martin, Ivan The Azure Window is still safe... for now. Times of Malta (19 июль 2013). Архивировано 10 июнь 2016 года.
- ↑ Updated (2) — Watch: Dwejra Window collapses; geologist says pillar gave way (ингл.). independent.com.mt (8 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Christian Peregin. ‘Total elimination of ecosystem’ at Dwejra (ингл.). timesofmalta.com (17 ноябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2017. Архивировано 11 март 2017 года.