Зәңгәр мәғәрә (Капри)
Зәңгәр мәғәрә (итал. Grotta Azzurra — «зәңгәрһыу мәмерйә») — Капри (Италия) утрауының төньяҡ ярындағы мәғәрә.
Мәмерәйнең оҙонлоғо — 56, киңлеге — 30, көмбәҙ бейеклеге һыу кимәленән 15 метр, инеү урыны бейеклеге 1,3 метр тәшкил итә. Ҡыуышлыҡтың диңгеҙ яғынан берҙән-бер инеү урыны бар һәм уға бары тик йөҙөп йәки кәмәлә генә килеп етергә мөмкин. Инеү ауыҙы тәпәш булғанлыҡтан, дауыллы көндәрҙә мәмерйәгә инеп булмай. Уның төбө диңгеҙ менән ҡапланған һәм яҡтылыҡ һыуцға һәм тотош мәмерйәгә матур зәңгәр төҫ бирә. Мәғәрәнең матурлығы немец шағиры һәм рәссамы Август Копиш тарафынан һүрәтләнгәндән һуң ул Каприҙа туристарҙы йәлеп иткән иң популыр иҫтәлекле урындарҙың береһенә һәм утрауҙың символына әйләнә. Мәмерйә тураһында Рим халҡы ла белгән һәм быны унда табылған Рим статуялары ла раҫлай.
Зәңгәр мәмерйәне бик йыш Бишево утрауының шундай уҡ иҫтәлекле урыны булған Зәңгәр мәғәрә менән сағыштыралар[7].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 dati.beniculturali.it — 2014.
- ↑ 1 2 3 https://atlasf.eu/poi/11598
- ↑ 1 2 3 4 Indagine sui musei e le istituzioni similari — 2022.
- ↑ 1 2 3 Indagine sui musei e le istituzioni similari — 2020.
- ↑ ISTAT https://www.istat.it/it/archivio/167566 — 2017.
- ↑ 1 2 ISTAT Indagine sui musei e le istituzioni similari — 2021.
- ↑ Bisevo and the Grotto Island Blue (инг.) сайты croatiatraveller.com
Һылтанмалар
- Голубой грот // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Голубой грот // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- The Grotta Azzura 2009 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған. (инг.), (итал.) — на сайте «Isola di Capri»