Иберия (батшалыҡ)
Тарих
Боронғо замандарҙан Иберия территорияһында бер нисә туғандаш ҡәбиләләр йәшәгән, антик авторҙар уларҙы «сасперҙар», «тибарендар», йыйылма «иберҙәр» («көнсығыш иберҙәр») тип атағандар. Урындағы халыҡ үҙ илен Картли тип исемләгән. Беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттар араһында Иберия территорияһында синфи дәүләт барлыҡҡа килә. Иберҙәрҙең торамалары араһында Мцхета мөһим урынды биләй һәм һуңыраҡ Иберияның баш ҡалаһы була. Мцхета һәм Урбниси, Уплисцих һәм башҡа ҡалаларҙа һөнәрселек һәм сауҙа сәскә атҡан. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарнда Иберияла грек һәм арамей яҙыуын ҡулланғандар. Иберияның көсәйеүе лә (бигерәк тә Фарсман II батшалығы осоронда) ошо дәүергә тура килә.
IV быуатта Иберияла феодаль мөнәсәбәттәр үҫешә башлай. 318—332 йылдарҙа (төрлө сығанаҡтар буйынса) батша Мириан III христианлыҡты дәүләт дине итеп иғлан итә. IV быуат аҙағында Иберия Сәсәниҙәр дәүләтенә буйһона башлай. V быуат уртаһында фарсылар власына ҡаршы Иберия батшаһы Вахтанг I Горгасал етәкселегендәге ихтилал була.
Идара итеүсе династиялар
- Арташесидтар (б.э.т. 165—30 йй.)
- Фарнавазидтар (б.э. 189 й. тиклем)
- Аршакиҙар (189—284 йй.)
- Хосроидтар (284 й. һуң)
Әҙәбиәт
- Апакидзе А., «Жизнь городов Древней Грузии», кн. 1. Тб., 1963;
- Лорткипанидзе О., «Античный мир и Картлийское Царство (Иберия)»,Тб., 1968;
- История Грузии, т. 1. Тб., 1962;
- Мцхета, Итоги археологических исследований, т. 1, Тб., 1958;
- Болтунова А. И., Описание Иберии в «Географии» Страбона, «Вестник древней истории», 1947, № 4;
- Меликишвили Г. А., К истории древней Грузии, Тб., 1959.