Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы
Эльвира Винер ҡыҙы Ибраһимова (рус. Ибрагимова Эльвира Винеровна; 1978 йылдың 3 июне, Өфө) — Рәсәй спортсыһы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
Биографияһы
Эльвира Винер ҡыҙы Ибраһимова 1978 йылдың 3 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡытыу-производство предприятиеһы тәрбиәләнеүсеһе (Бәләбәй ҡалаһы). 1999 йылдан юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары А. А. Ғүмәров, С. Р. Ғүмәров). Паралимпия уйындарының (2002, эстафетала) көмөш призеры, Рәсәй чемпионы (2003, 5 км-ға уҙышта), Донъя (2005, 5 һәм 10 км-ға уҙышта, эстафета) һәм Европа (2001, эстафета) чемпионаттарының көмөш призеры, саңғы ярышы буйынса донъя чемпионатының [2000, эстафета) бронза призёры.
Паралимпия уйындарының (2006, спринт), биатлон буйынса донъя чемпионатының (2005, спринт һәм индивидуаль ярыш) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 йылдан алып)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002).
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007).
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002).
- Салауат Юлаев ордены (2006)[2]..
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ибрагимова, Эльвира Винеровна. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
- ↑ Сочинская паралимпиада–2014. До заветного рубежа — 100 дней. Вечерняя Уфа (27 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026. Архивировано 22 октябрь 2017 года.
Һылтанмалар
- Эльвира Ибрагимова — Рәсәй Паралимпия комитеты сайтында.
- Эльвира Ибрагимова — Башҡорт энциклопедияһында.