Иванова Вера Васильевна
Биографияһы
Вера Васильевна Иванова 1934 йылдың 28 сентябрендә Севастополь ҡалаһында тыуған.
1958 йылда Ленинград педиатрия медицина институтын тамамлай һәм Мурманск өлкәһенең Мончегорск ҡалаһында, Вера Слуцкая исемендәге Ленинград балалар дауаханаһында табип-педиатр булып эшләй.
1963 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем балалар инфекцияһының Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, унда аспиранттан алып институт директорына тиклем юл үтә (1976—2008), әлеге ваҡытта — институттың баш ғилми хеҙмәткәре.
2000 йыл — Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты.
2014 йыл — Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
Ғалим 2019 йылдың 16 ноябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Патогенезды өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарын, дифтерияны, эпидимик паротитты, инфекцион мононуклеозды, дизентерияны, иерсинизды, шулай уҡ ҡарын эсендәге инфекцияларҙы дауалауҙа һөҙөмтәле ысулдар булдыра.
Дифтерия эпидемияһының үҫеше осоронда уның етәкселеге аҫтында әйләнеүсе ҡуҙғытҡыстарҙың үҙенсәлектәрен, ауырыуҙарҙың иммун статусы һәм реконваленсценттар үҙенсәлектәрен, организмда дифтерия токсиндарының әйләнеше механизмын һәм специфик булмаған һаҡлау факторҙарының торошон өйрәнеү үткәрелә.
300-ҙән ашыу публикация авторы, улар араһында 8 монография һәм инфекция ауырыуҙары буйынса ҡулланма, 13 уйлап табыу патенты бар.
Уның етәкселегендә 20-нән ашыу диссертация яҡланған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ История Института. niidi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ноябрь 2019.
- ↑ 16 ноября ушла из жизни Вера Васильевна Иванова. Первый Санкт-Петербургский государственный медицинский университет им. акад. И.П. Павлова. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2021)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.01.2006 № 23. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.02.1998 № 132. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ноябрь 2019.
Һылтанмалар
- Профиль Веры Васильевны Ивановой РФА рәсми сайтында
| Алдан килеүсе: Г. А. Тимофеева |
Балалар инфекцияһының Ғилми-тикшеренеү институты директоры 1976—2008 |
Һуңынан килеүсе: Ю. В. Лобзин |