Иванов Александр Геннадьевич

Иванов Александр Геннадьевич (12 ноябрь 1980 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Уфаводоканал» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Александр Геннадьевич Иванов 1980 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуа. Салауат индустриаль техникумында уҡып, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм ҡулланыуға тапшырыу специальносы буйынса техник квалификацияһын алып сыға (2002).

Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда «Башкоммунводоканал» дәүләт унитар предприятиеһының «Салауатводоканал» ярҙамсы предприятиеһында 2-се разрядлы слесарь-ремонтсы булып башлай. Бер йылдан 4-се разряд ала.

2006 йылда «Салауатводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының матди-техник тәьминәт бүлеге начальнигы була. 2008 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, иҡтисадсы-менеджер һөнәрен ала. 2008—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында уҡый.

2015 йылдан — «Салауатводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү буйынса директор урынбаҫары, ойошма исемен алмаштырғас, «Салауатводоканал» дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары (2018); 2020 йылдан — директор вазифаһын башҡарыусы, предприятие директоры.

2022 йылдан — «Уфаводоканал» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары, шул уҡ йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — генераль директор[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламенттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ағзаһы[1].

Ғаиләһе

Бер ул атаһы[1].

Иҫкәрмәләр