Игнатьев Юрий Викторович

Игнатьев Юрий Викторович (4 ноябрь 1976 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Хәрби хәрәкәттәр ветераны. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Юрий Викторович Игнатьев 1976 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген эске эштәр органдарында башлай (1996).

Юғары белемде Заман гуманитар университетында ала (2002)[2]. Юрист һөнәренә эйә була.

1998—2002 йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2002—2005 йылдарҙа «Народная компания» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Һуңынан өс йыл ОАО АК «ОЗНА» акционерҙар йәмғиәте асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең начальник урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы, директор департамента ООО «ОЗНА-Менеджмент» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең департамент директоры була.

2008—2010 йылдарҙа «Туймазыстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәьминәт буйынса директоры, башҡарма директоры. 2010—2011 йылдарҙа "НПП «Нефтегазинжиниринг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең тәьминәт һәм логистика буйынса директоры.

2011—2014 йылдарҙа «Складской комплекс „Сигма“ яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең коммерция директоры була. 2014—2016 йылдарҙа „Мир“ фирмаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. 2013—2016 йылдарҙа — «Торговый Центр» идара компанияһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең коммерция директоры. 2016—2017 йылдарҙа «Общепит № 8» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең үҫеш буйынса директоры булып эшләп ала. 2018 йылда «Спартак» шәхси һаҡ йәмғиәтенең башҡарма директоры була. 2019 йылда икенсе юғары белем дипломына эйә була — Өфө дәүләт нефть техник университетын «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса тамамлай[2].

2018 йылда Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан депутат итеп һайлана[3]. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарында партия Ю. Игнатьевтың кандидатураһын күрһәтә[4]. 2023 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан парламенттың 7-се саҡырылыш депутаты[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Атайсал» проектында ҡатнаша[5]

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә «Хеҙмәттәге отличие өсөн» күкрәк билдәһе
• Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының «Милиция отличнигы» күкрәк билдәһе
• Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының И. Б. Твердышев исемендәге миҙалы[1].