Измит
Измит[2] (төр. Izmit) — Төркиә, Мәрмәр диңгеҙе төбәгендәге Чаталджа-Ҡожаэли (төр. Çatalca-Kocaeli Bölümü) Ҡожаэли провинцияһының административ үҙәге (мәркәзе). Мәрмәр диңгеҙенең тар ғына төньяҡ яр буйында һәм бейеклеге 200 метрға тиклем еткән ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан.
Тарихы
1337 йылға тиклем ҡала Никомедия (бор. грек. боронғо грекса - Νικομήδεια)тип аталған һәм Рим империяһына, һуңғараҡ Византияға ҡараған. 1337 йылда, төрөктәр баҫып алғанда бөтә диуарҙары емерелгән, грек халҡы тотош тиерлек ҡырылған. Ҡала үҙенең әһәмиәтен юғалтҡан һәм өсөнсө дәрәжәләге булып ҡалған. Әлеге ваҡытта Измит Төркиәнең мөһим сәнәғәт райондарының береһе булып тора.
Измит урынында даими халыҡ биләмәһе булыуҙың тәүге шаһитлыҡтары беҙҙең эраға тиклем XII быуатҡа ҡарай. Был ваҡытта территория фригиялылар ҡулы аҫтында булған һәм һуңыраҡ бында йәшәргә Мегара ҡалаһынан яңы урындар эҙләп килгән халыҡҡа күскән. Улар әлеге Башискеле районында урынлашҡан, унда порт Астакос ҡаласығы төҙөлгән[3].
Ғосманлылар һәм сәлжүктәр осоро
1078 йылда ҡала төрөк-сәлжүктәр ҡулына күскән. Тәре яуҙары осоронда төрөктәр ҡаланы (1083) юғалтҡан.
Төрөктәр идаралығына тулыһынса күсеү Орхан I Гази идараһы осоронда 1337 йылда була. Никомедия Изникмидҡа (төр. İznikmid) әйләнгән , Баязит I идара иткән осорҙа — Измид (төр. İzmid) тип атала башлаған (шуны билдәләп үтергә кәрәк: Никомедия һәм Измит — ул төрлө тарихи осорҙарҙан алынған бер үк һүҙ). Византия империяһының Никомедияны кире ҡайтарырға ниәттәре булһа ла, хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған[4].
Санджак Измит (1912 й.)
| Санджаҡ | Ҡалалар | Төрөктәр | Гректар | Әрмәндәр | Йәһүдтәр | Дөйөм һаны |
| Измит | Измит | 223 18 | 603 3 | 550 18 | 500 2 | 876 42 |
| Карамурсал | 5 000 | 732 19 | 875 2 | - | 27 607 | |
| Ялово | 5 000 | 894 14 | 1 000 | - | 894 20 | |
| Адапазары | 374 32 | 333 14 | 220 14 | - | 934 61 | |
| Хандра | 452 37 | 689 7 | 5 101 | - | 242 50 | |
| Гейв | 18 900 | 883 12 | 889 6 | - | 780 38 | |
| Йәмғеһе: | 949 116 | 134 73 | 635 48 | 500 2 | 333 242 |
Сығанағы: George Sotiriadis: An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the and, 1918
Беренсе донъя һуғышы осоронда элекке әһәмиәтенән мәхрүм ҡала. 1920 йылдың 6 июлендә ҡаланы инглиздәр баҫып алған, 1921 йылдың 28 апрелендә - гректар. 28 июлдә ҡала ҡабат төрөктәр ҡулына күскән[4].
Халҡы
Измит — Төркиәнең иң мөһим сәнәғәт һәм сауҙа үҙәктәренең береһе — 643 766 кеше, шуның 200 003-ө ҡалала һәм 441 763-ө — ауыл райондарында һәм ҡала янында йәшәй. 1999 йылдың 17 авгусында ер тетрәү халыҡ һанының һиҙелерлек үҙгәреүенә сәбәпсе була.
Туғанлашҡан ҡалалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.szekesfehervar.hu/kocaeli
- ↑ Большой энциклопедический словарь / Прохоров А.. — 1993. — С. 479a.
- ↑ Kocaeli’nin tarihçesi 2008 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған. (төр.) {{{2}}}. (История Ҡожаэли на официальном сайте)
- ↑ 1 2 Энциклопедия Meydan Larousse, том 6-й, стр. 635