Ильина Анна Дмитриевна

Анна Дмитриевна Ильина (рус. Ильина Анна Дмитриевна; исп. Anna Iliná; Anna Ilyina; 1965 йылдың 24 декабре, Өфө) — Рәсәй һәм Мексика ғалимы, биотехнолог. Уның тикшеренеүҙәре биокатализ һәм энзимология өлкәләренә бағышланған. 2021 йылда Коауила штатының фән, технологиялар һәм инновациялар өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты. 2021 йылдан Мексиканың Милли тикшеренеүселәр системаһының (SNI) юғары — III кимәлендәге ғалим[1]. С 2021 года имеет высший, III уровень в Национальной системе исследователей Мексики[2].

Биографияһы

1965 йылдың 24 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1982—1990 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында белем ала. «Оҙайлы морфин индергәндә рецептор-фермент системаларының эшләү кинетик закономерностары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (фәнни етәксеһе — С. В. Зайцев). Эмиграциянан һуң нострификация үтеп, докторлыҡ дәрәжәһе ала. 1991—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында эшләй[3][4].

1993 йылда Мексикаға даими йәшәргә күсә, 2012 йылда натурализация (рус.)баш. үтә.

1993 йылдан Коауила автономиялы университетының химия фәндәре факультетында уҡытыусы һәм тикшеренеүсе булып эшләй[5]. 1998 йылдан Мексиканың Милли тикшеренеүселәр системаһы (SNI) ағзаһы. 2021 йылдағы конкурс һөҙөмтәләре буйынса системаһының юғары — III кимәлен ала, университет тарихында был исемгә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙ ғалим була[6], став первой женщиной-учёным в истории университета, удостоенной этого звания[7].

Анна Ильина Коауила автономиялы университеты проекттарын етәкләй, улар CONACYT һәм шәхси компаниялар тарафынан финансланған. Был проекттар араһында төрлө үҫемлек продукттарының ферментатив үҙенсәлектәрен өйрәнеү, лечугилья агаваның ҡалдыҡ продукттарын ауыл хужалығы һәм косметикала ҡулланыу технологияларын эшләү, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын (мәҫәлән, биояғыулыҡ) файҙаланыу өсөн нанобиотехнологик алымдар бар.

Ул аҡһым молекулаларын (ферменттар, күҙәнәк рецепторҙары һ.б.) экстракциялау, характеристика һәм ҡулланыу, шулай уҡ фермент технологиялары һәм инженерияһы (иммобилизация, микроинкапсуляция, ксеноферменттар синтезы) өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә.

88-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Мөхәррирләү эшмәкәрлеген дә алып бара: 2022 йылда «CienciAcierta» журналы редакторы була, 2023 йылда Polymers журналының махсус сығарылышында редактор, 2024 йылдан Acta Scientiarum Polonorum Hortorum Cultus журналының рецензенттары исемлегенә инәт[8]. Ведёт активную редакторскую деятельность: в 2022 году была редактором научного журнала «CienciAcierta»[9].

Наградалары һәм танылыуы

  • Коауила штатының фән, технологиялар һәм инновациялар өлкәһендәге дәүләт премияһы (2021);
  • Коауила автономиялы университетының Почётлы университет советы тарафынан ҡаҙаныштары өсөн танылыу (2023)[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Coecyt Coahuila presenta a ganadora del Premio Estatal de Ciencia, Tecnología e Innovación. coahuila.gob.mx. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  2. Hay nuevos investigadores en la UA de C. reportelaguna.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  3. Ильина, Анна Дмитриевна. Кинетические закономерности функционирования рецепторно-ферментных систем при длительном введении морфина : диссертация ... кандидата химических наук. biblhelper.catalysis.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  4. Ильина, Анна Дмитриевна — Кинетические закономерности функционирования рецепторно-ферментных систем… Архивная копия от 10 август 2021 на Wayback Machine // Российская государственная библиотека
  5. Cuerpos Académicos de la Facultad de Ciencias Químicas. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2015. Архивировано 10 август 2021 года.
  6. Resultados de la convocatoria 2021 para ingreso o permanencia en el Sistema Nacional de Investigadores. secihti.mx. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  7. Presenta rector de la Uadec, Salvador Hernández Vélez, primer informe de actividades. sincensura.com.mx (28 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  8. Anna Ilyina's scientific contributions. ResearchGate. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  9. En la UAdeC dan a conocer las revistas universitarias, científicas y de investigación. El Sol de la Laguna. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  10. Entrega Consejo Universitario de la UAdeC medallas y reconocimientos a universitarios destacados. El Heraldo de Saltillo (15 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.