Ильчигулов Евгений Иликбаевич

Ильчигулов Евгений Иликбаевич (10 май 1949 йыл ) — зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан КПСС-тың Ҡалтасы район комитетының икенсе секретары, район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1991 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2014).

Биографияһы

Евгений Иликбаевич Ильчигулов 1949 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Васильев ауылында тыуған.

Милләте мари, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1988 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1969 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, колхозда зоотехник булып башлай. 1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1971—1984 йылдарҙа Ҡалтасы районы дәүләт тоҡомсолоҡ станцияһында директор, колхоз рәйесе булып эшләй. 1984 йылда КПСС-тың Ҡалтасы район комитеты секретары итеп һайлана. 1987 йылдан Ҡалтасы район советы башҡарма комитеты рәйесе. [1] Ҡалтасы районы, 216-сы Ҡалтасы һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы була. [2]

Иҫкәрмәләр

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар