Иманғолов Динислам Ислам улы
Тыуған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған көнө | 22 сентябрь 2014 (90 йәш) |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1924 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
SEO_index | noindex |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | слесарь |
Һуғыш/алыш |
Иманғолов Динислам Ислам улы (10 сентябрь 1924 йыл — 22 сентябрь 2014 йыл) — эшсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
Биографияһы
Динислам Исламетдин улы (Ислам улы) Иманғолов 1924 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1939 йылда Ишембай районының «Торатау» колхозында тимерсе булып башлай. 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1947 йылда Совет Армияһы сафтарынан демобилизациялана[2].
1947—1951 йылдарҙа «Торатау» колхозында һөтсөлөк фермаһы мөдире һәм хисапсы булып эшләй. 1951 йылдан Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехында электрослесарь булып эшләй. 1952 йылда икенсе һөнәргә — газоэлектросварщиклыҡҡа эйә була.
Д. И. Иманғоловтың контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматиканы монтажлауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә оҫта эш итеүе комбинаттың производство күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итә. Д. И. Иманғолов эшләгән бригада ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иҫкергән ҡорамалды замансаһына һәм камилырағына алмаштырып ҡуя, һөҙөмтәлә 1973 йылда кальцийлы сода етештереү 1970 йыл менән сағыштырғанда 277 мең тоннаға арта. Ҡорамалды алмаштырыуҙан алынған иҡтисади эффект 150 мең һум тәшкил итә. Туғыҙынсы биш йылллыҡтың (1971—1975) тәүге өс йылында 533 тонна аммияк, 4 500 000 киловатт-сәғәт электр энергияһы, 55 000 гектокалорий пар экономиялана. Технологик процестарҙы контролләү һәм көйләү өлкәһендәге технологик камиллаштырыуҙар йылына 786 мең һумлыҡ иҡтисади эффект бирә.
1973 йылдың пландарын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә күрһәткән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән Д. И. Иманғоловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Д. И. Иманғолов 16 рационализаторлыҡ тәҡдимен производствоға индерә. Үҙенең бай эш тәжрибәһен йәштәргә тапшыра. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың өс йылында йына 12 йәш эшсегә һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.
1994 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Стәрлетамаҡ «Сода» производство берекмәһендә эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974)
- Ленин (1974),
- Октябрь Революцияһы (1971),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966),
- II дәрәжә Ватан һуғышы (1985),
- Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары,
- миҙалдар
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданины (1969)
Хәтер
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Подвиг народа 2012 йылдың 15 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Иманғолов Динислам Ислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
- ИМАНГУЛОВ Динислам Исламович // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 229. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- http://www.proshkolu.ru/user/Iluza23/file/1456616/ 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- 22 сентябрҙә вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- 10 сентябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Тимерселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы разведчиктары