Иравади
Иравади | |
---|---|
бирм. ဧရာဝတီ | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2170 км |
Бассейн | 411 000 км² |
Һыу сығымы | уртаса: 13 000−14 000 м³/с (түбәнге ағымында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Мали менән Нмай |
· Урынлашыуы | Гималайҙарҙың көнсығыш битләүҙәре |
· Координаталар | 25°42′35″ с. ш. 97°29′55″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Андаман диңгеҙе |
· Координаталар | 15°46′39″ с. ш. 95°03′49″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Мьянма |
— инеше, — тамағы | |
Иравади Викимилектә |
Ирава́ди[1] (бирм. ဧရာဝတီ — Эявади[2]) — Мьянманың иң ҙур йылғаһы.
Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙонлоғо — яҡынса 2170 км, бассейн майҙаны — яҡынса 411 000 км².
Иравади Гималайҙарҙың көньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә Мали һәм Нмай йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Иравади йылғаһы Мьянма территорияһын төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай үтә. Иравади һәм уның ҡушылдыҡтары тәрән тарлауыҡтар, джунглиҙар аша үтә, йылға йырғаһы тупһалы. Мьичина ҡалаһынан түбәнерәк Иравади үҙәне киңәйә, йырғаһы 800 метрға барып етә. Артабан йылға Шан таулығының көнбайыш өлөшө аша 3 тарлауыҡ барлыҡҡа килтереп аға, бында йырғаның киңлеге 50-100 м тәшкил итә.
Урта һәм түбнге ағымында йылға киң Иравади тигеҙлеге буйлап аға. Тамағынан 300 км юғарыраҡ яҫы, ныҡ һаҙланған һәм джунглиҙар менән ҡапланған Иравади дельтаһы башлана. Дельтаның майҙаны яҡынса 30 мең км² (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 48 мең км²). Андаман диңгеҙе буйлап дельта 240 км-ға һуҙылған. Иравади дельтаһының 9 тармағы буйлап һыуҙарын Һинд океанына ҡоя.
Түбәнге ағымында уртаса һыу сығымы 13-14 мең м³/сек тәшкил итә; айырыуса көслө ямғырҙар осоронда 40 000 м³/с тиклем һәм унанда юғарыраҡ булырға мөмкин.
Иравади йылғаһы Мьянманың мөһим һыу транспорты артерияһы булып тора.
Фараз буйынса гидроним санскриттағы аиравати («фил йылғаһы») һүҙенән барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- www.pandaw.com
- Обсерватория NASA 2007 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
- Путешествие по Иравади из Мандалая в Баган
Был - гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ