Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 1919
Вафат булған көнө 30 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Гражданлығы

Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы (1919 йыл — 30 ноябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов БАССР-ҙың Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында 1919 йылда тыуған.

1940 йылдың июль айында Ҡыҙыл Армия сафына алынған, совет-фин һуғышында сержант дәрәжәһендә ҡатнаша. 1940 июлдең 1940 октябренә тиклем телефонист-связист һөнәрен башҡара, 1940 йылдың октябренән 1942 тиклем 717-се полкта уҡсы булып яуҙа ҡатнаша, 1942 йылдың апрель айынан 1944 йылдың июленә тиклем 22 -се сапер полкында, 1944 йылдың июленән 1946 йылдың октябрь айына тиклем 30-сы айырым инженер полкында сапер булып хеҙмәт иткән[1].

Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов һуғыштан 1946 йылда ҡайта. Ул Мәһәҙей ауылында «Октябрь» колхозы рәйесе, бригадир, келәт мөдире һәм оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нуретдин Ирбулатов ҡатыны Еүәйрә менән 2 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ейәне Салауат ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, хәрби хәрәкәттәр ветераны, хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәһәҙей ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]