Ирландия диңгеҙе

Ирландия диңгеҙе (ингл. Irish Sea, валл. Môr Iwerddon, ирл. Muir Éireann) — көнсығышта Бөйөк Британия һәм көнбайышта Ирландия утрауҙары араһында урынлашҡан Атлантик океан диңгеҙе.

География

Диңгеҙ һыуҙары Ирландия һәм Бөйөк Британия (Шотландия, Төньяҡ Ирландия, Уэльс һәм Англия) яр буйҙарын йыуа. Көньяҡ-көнбайышта Изге Георг боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә төньяҡта — Төньяҡ боғаҙ аша Кельт диңгеҙе менән тоташа.

Майҙаны яҡынса 100 мең км², максималь тәрәнлеге — 175 метр.[2]

Гринпис ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2001 йылда Ирландия диңгеҙе планетаның иң радиоактив бысранған диңгеҙе булған[3].

Диңгеҙҙә ике ҙур утрау — Мэн һәм Англси урынлашҡан. Бәләкәй утрауҙары араһында — Холи-Айленд, Уолни, Ирландс-Ай һәм башҡалар бар.

Яр буйҙары бәләкәй ҡултыҡтар һәм бухталар менән йырғыланған. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Лус, Уигтаун һәм Солуэй-Ферт ҡултыҡтары урынлашҡан. Көнсығышта һәм көняҡ-көнсығышта Бомарис бухтаһы, Моркам һәм Ливерпуль ҡултыҡтары бар. Диңгеҙҙең көнбайыш өлөшөндә Ирландия яр буйында Дублин бухтаһы, Странгфорд-Лох, Дандрам, Карлингфорд-Лох һәм Дандолк ҡултыҡтары урынлашҡан.

Тоҙлолоғо 32 промилдән 34,8 промилгә барып етә[4].

Төп порттары — Ливерпуль, Дублин.

Балыҡ тотоу тармағы үҫешкән. Балыҡсылыҡ порттары: Флитвуд (Англия), Ардграсс, Портавоги һәм Килкил (Төньяҡ Ирландия), Дан Лири, Скеррис (Ирландия Республикаһы) һ.б.[2][4]

Иҫкәрмәләр

  1. Ирландское море (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) — Словарь современных географических названий
  2. 1 2 Irish Sea (sea, Atlantic Ocean) (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) — Britannica Online Encyclopedia
  3. Sellafield nuclear reprocessing facility (ингл.). Greenpeace UK (10 ноябрь 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
  4. 1 2 Ирландия диңгеҙе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә