Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы
Марсель Бәғҙәт улы Искәндәров (рус. Искандаров , Марсель Багдатович; 1961 йылдың 1 ғинуары, Яҡшембәт, Башҡорт АССР-ы — 2004 йылдың) — Рәсәй журналисы, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1985—1997 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, 1997—2004 йылдарҙа «Аманат» журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире.
Биографияһы
Марсель Бәғҙәт улы Искәндәров 1961 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Күмертау районы (хәҙер Көйөргәҙе районы) Яҡшымбәт ауылында тыуған.
Ата-әсәһе 1967 йылда әсәһенең тыуған ауылы Таймаҫҡа күсеү сәбәле, яңы ауылда башланғыс класта уҡыған.
Таймаҫ урта мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Мәләүез ҡалаһының 63-сө профтехучилищеһында уҡыған.
Хеҙмәт юлын Мәләүез химия заводында башлаған.
1984—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған.
1985 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына эшкә килгән.
1997 йылда «Аманат» журналында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡарған.
2004 йылда вафат булған һәм Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы зыяратында ерләнгән[1].
Ижады
Марсель Искәндәр мәктәптә, училищела, университетта уҡыған ваҡытта хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Өфөлә уҡыған, эшләгән сағында проза менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, шуның һөҙөмтәһе булараҡ уның «Ҡомаҡтар» исемле роман һәм «Юл сатында» исемле хикәйәләр йыйынтыҡтары донъя күрә. Был әҫәрҙәрендә уның геройҙары үҙҙәренең яҡты хыялдары өсөн көрәшеп, әхлаҡ һынауҙары аша үтә, көслө рухлы кешеләрҙең яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәүҙәрен күрһәткән. Автор шулай уҡ милли рух өсөн көрәшергә кәрәклеген һүрәтләнән.
Марсель Искәндәров күренекле яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романын уҡыусыларға еткереүҙә ҙур тырышлыҡ һалған[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Он писал по велению сердца и времени (К 55-летию со дня рождения писателя Марселя Искандарова). Башинформ (1 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ 1 января исполнилось бы 50 лет со дня рождения Марселя Искандарова. Любимый городской сайт Уфы и Башкирии (1 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)