Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы

Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы (1 август 1942 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны

Биографияһы

Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Исламбаева 1942 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр мәктәбенә 1949 йылда уҡырға бара. 1957 йылда 7-се класты тамамлағандан һуң, «Ҡыҙыл байраҡ» промартелендә, артель бөтөрөлгәс, Фрунзе исемендәге колхозда эшләй. 1962 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбендә 8-се класты уҡыуын дауам итә.

1965 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай һәм тыуған ауылында мәктәпкә эшкә алына.

« Бер мәл мәктәп директоры Зәки Хаммат улы Сәғитов миңә: «Тырыш ҡына күренәһең, артабан уҡы», – тине.

Ауылда VIII класс асылғайны был мәлдә. Ҡабат партаға ултырыу насип булды. IХ—ХI кластарҙа Иҫке Собханғолда уҡып йөрөгән саҡта Зәки Хаммат улы ауылда башланғыс синыфтарға уҡытыусы итеп саҡырҙы. Әсәйем, ағайым менән кәңәшләштем дә ризалаштым. Шулай 1965 йылдың 18 авгусында эш башланым. Ул ваҡытта балалар күп булды. Бер уҡытыусыға — ике класс. 30-ар бала булып китә торғайны. Комсомол, профсоюз ойошмаларында ла эш алып барҙым, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла булдым. Тырыш хеҙмәтем баһаланды — «Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелде[1].

»

1968—1971-се йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында ситтән тороп уҡый. 2000 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем башланғыс кластар уҡытыусыһы була.

Ғаиләһе

Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Күлбаев Әмир[2] менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Рәйлә[3] Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар факультетын һәм Башҡорт дәүләт университетын журналистика бүлеген тамамлап, Себерҙә йәшәй. Улдары Флүр һәм Әнүр Башҡортостан ауыл хужалығы институтында урмансылыҡ факультетын тамамлай. Ауылда йәшәйҙәр.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Исламбаева Ғәлиәкбәр ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзаһы[4]. Йәш быуынға балаҫ һуғыу[5], сергетыш эшләү, ҡорама ҡороу, ҡашмау, түшлектәр эшләү серҙәренә, халыҡ йолаларына өйрәтә[6][7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (1997 йыл)[8]
  • Хеҙмәт ветераны (1998 йыл)[9]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар