Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы

Исмәғил Ғәли улы Ғәйнетдинов (рус. Исмагил Галеевич Гайнутдиновтатар. Исмәгыйль Гали улы Гайнетдинов; 1908 йылдың 10 феврале, Оло Мәңгәр[d], Оло Мәңгәр волосы[d], Ҡазан өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы1977 йылдың 21 октябре, Мәскәү) — совет архитектор, Мәскәү архитектура институты профессоры, йәмәғәт эшмәкәре. Татар АССР-ының (1945), Башҡорт АССР-ының (1967) һәм Төньяҡ Осетия АССР-ының (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Архитекторҙар союзы Татар бүлексәһенең яуаплы секретары (1933–1936).

Биографияһы

1908 йылдың 10 февралендә Ҡазан губернаһы Ҡазан өйәҙенең Оло Мәңгәр ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһының Әтнә районы) тыуған[1][2].

1924–1927 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының 2-се ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый[2].

1927 йылда Ҡазан индустриаль техникумына (1929 йылда Ҡазан политехник институтына, 1930 йылда Ҡазан коммуналь төҙөлөш институтына әйләндерелә) уҡырға инә. 1931 йылда институттан инженер-төҙөүсе булып сыға[1][3].

Бер нисә йыл Ҡазан төҙөлөштәрендә прораб булып эшләй. Артабан Ҡазан инженер-коммуналь төҙөлөш институтының (рус.)баш. архитектура кафедраһында ассистент була. 1934 йылдан — Ҡазан ҡала башҡарма комитетының проект оҫтаханаһында архитектор. 1933–1936 йылдарҙа — СССР Архитекторҙар союзы Татар бүлексәһенең яуаплы секретары[2].

1937 йылда СССР Архитектура академияһының аспирантураһына уҡырға инә. Совет архитекторҙары, академиктар А. В. Щусев, И. В. Жолтовский, Е. Е. Лансере, В. Н. Семёнов етәкселегендә эшләй[1].

1939 йылда архитектура кандидаты ғилми дәрәжәһен ала, 1949 йылға тиклем СССР Архитектура академияһының Ҡала төҙөлөшө институтында фәнни эш менән шөғөлләнә. 1947 йылда совет архитектураһының йәш остаздарының Бөтә Союз смотрында икенсе премия ала[3].

1949–1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институтында уҡыта, шул уҡ ваҡытта татар милли архитектураһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара һәм, проектлаусы булараҡ, ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1967 йылда уға профессор исеме бирелә[1].

Татарстандың архитектура мираҫын өйрәнеүселәрҙең береһе булараҡ, үҙ әҫәрҙәрендә милли традицияларға таяна. 1966 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтында архитектура факультетын ойоштороусыларҙың береһе[2].

1977 йылдың 21 октябрендә Мәскәүҙә вафат була[1].

Проекттары һәм төҙөгән биналары

Бер нисә әһәмиәтле ҡоролма, һәйкәл һәм монумент авторы.

Ҡазандағы биналар

  • Белгестәр өсөн торлаҡ йорт (1932);
  • Хөкүмәт торлаҡ йорто (1932);
  • Эсперанто урамы, 37-се йорттағы мәктәп бинаһы (1934);
  • КХТИ-ның уҡыу корпусы (К. Маркс урамы, 68, 1933–1937; фасадтар авторы, авторҙашы — Г. С. Гурьев-Гуревич);
  • Күнселәр мәҙәниәт һарайы (Туҡай урамы, 91, 1935–1937)[1];
  • Татар академия опера һәм балет театры (1933–1956, Н. А. Скворцов менән берлектә);
  • Ҡазан йылға вокзалы (1962, М. Константинов менән берлектә)[2].

Павильондар

  • Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ТАССР павильоны (1939, А. П. Ершов менән берлектә)[2].

Һәйкәлдәр һәм монументтар

  • Ҡазанда Советтар Союзының ике тапҡыр Геройы Н. Г. Столяровҡа һәйкәл (1950, скульптор В. И. Мухина)[1];
  • Владикавказда Коста Хетагуровҡа һәйкәл (1955 йылдың 16 ғинуарында асылған, скульптор С. Д. Тавасиев)[4];
  • Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл (1967 йылдың 17 ноябрендә асылған, скульптор С. Д. Тавасиев)[5].

Рәссамлыҡ әҫәрҙәре

Акварель һәм графика эштәренең «Ҡырым» (1938), «Урта Азия» (1941–1945), «Европа тирәләй» (1959) тематик сериялары бар. Улар СССР Архитекторҙар союзының Татар бүлексәһендә (1972, Ҡазан) күрһәтелгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945);
  • Төньяҡ Осетия АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1967)[2];
  • Архитектура кандидаты (1939);
  • Профессор (1967).

Хәтер

  • Исеме Ҡазан урамдарының береһенә бирелә (2018)[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Гайнутдинов Исмагил Галеевич. Музей КГАСУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Гайнутдинов Исмагил Галеевич. Татарская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  3. 1 2 К 100-летию ТАССР: Гайнутдинов Исмагил Галеевич – первый архитектор из татар. КГАСУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  4. Главный памятник Осетии и Владикавказа. Осетия Квайса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026. Архивировано 28 ғинуар 2020 года.
  5. Памятнику Салавату Юлаеву – 55 лет. Ватандаш (17 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  6. В Советском районе Казани появилась улица Гайнутдинова. kzn.ru (12 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.

Һылтанмалар