Италияла Яңы йыл
Италияла Яңы йыл (итал. Capodanno, «йыл башы», шулай уҡ изге Сильвестрҙың киске ашын аңлата) — байрам итальяндар билдәләгән Григориан календарына ярашлы 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡаршы төндә башлана.
Яңы йыл ҡаршылағанға тиклем 25 декабрҙә бөтә Италия Раштыуа байрамын билдәләй. Был байрамдың иң мөһим йолаһы — Яңы йылға тиклем, ә ҡайһы бер урындарҙа 6 ғинуарға ҡәҙәр, янырға тейеш Раштыуа утын түмәре (италия серроһын) ҡабыҙыу. Элек Италияның бөтә өлкәләрендә лә тиерлек утын ярсығы ҡабыҙыу йолаһы башҡарылған. Ағас тоҡандырыу йолаһы уттың таҙартыу һәм йәшәү, ут ялмап алған олон менән иҫке йылдың һәм ундағы бөтә насар нәмәләрҙең юғалыу мәғәнәһен аңлата.[1]
Биҙәлгән шыршыны йорттарҙа Раштыуа байрамы алдынан ҡуялар, илдең төньяғында — шыршы, ә үҙәк һәм көньяҡ райондарҙа башҡа төрлө ағас.
Яңы йылды ҡаршылау
Италияла Яңы йылды төнөн урамда күмәк халыҡ менән билдәләү ҡабул ителгән. 1 ғинуарға ҡарата төндә ҡала үҙәгендә йөрөүселәр проспекттар буйлап китә, автомобиль транспорты хәрәкәте туҡтатыла.
Яңы йыл алдынан, изге Сильвестр көнөндә, Италия ауылдарында элек-электән бер төркөм йәштәр йәки үҫмерҙәр өйҙән-өйгә йөрөп, яҡынлашып килгән йылда йорт хужаларына изгелектәр теләп, ҡотлау йырҙарын йырлай. Үткән быуаттың аҙағында Абруццила «ҡотлаусылар» берәрләп йәки парлап йөрөгән. Ҡайһы бер урындарҙа улар йырҙарын таба, ҡалаҡ шалтыратып йә гитарала, йә яһалған ябай музыка һыҙғыртҡыстар тауышы менән оҙатып бара. Хужабикәләр йыр башҡарыусыларға спираль кәрәндилдәр, ҡыҙҙырылған пицца (Италияла киң ҡулланылған, бер аҙ бәлештәрҙе хәтерләткән ҡамыр төрө) һәм шарап бүләк итә. Илдең ҡайһы бер урындарында һый йыш ҡына йәшелсә ашынан, ҡуҙаҡтарҙан, киптерелгән виноград емештәренән, алманан һәм бойҙайҙан тора.[1]
Йылдың имен булыуын теләп, итальяндар боронғо замандан уҡ Яңы йыл алдынан билдәле бер аҙыҡ ашарға тырышҡандар. Йола буйынса тәлгәшендә кипкән виноград ашау аҡса килтерә. Кем уларҙы күберәк ашай, шул күберәк аҡса эшләйәсәк. Боронғо Яңы йыл йолаһы аҙығыныа ҡамырға бал һәм төрлө сәтләүек өҫтәлгән кондитер изделиеларын, йомортҡа, яҫмыҡ ҡушып бешерелгән ашты иҫәпләргә мөмкин. Сәтләүек, яҫмыҡ (чечевица) һәм йомортҡа тәңкәләрҙе (аҡса) хәтерләтә. Яңы йыл табынында сусҡа итенән әҙерләнгән ризыҡтар мотлаҡ булырға тейеш. Өҫтәлдә сусҡа ите ни тиклем күберәк булған һайын, Яңы йылда ла шул тиклем уңышлы ҡаҙаныштар көтә.[2] Раштыуала һәм Яңы йылда киске ашҡа бал һәм миндаль биреү мотлаҡ. Итальяндарҙың халыҡ ышаныуҙары буйынса, миндаль, сәтләүектең башҡа төрҙәре кеүек үк йәнәһе тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыуға, көтөүҙең артыуына, ғаиләнең именлегенә булышлыҡ итәсәк.
Яңы йылды итальян халҡы насар уйҙарҙан арынып ҡаршы алырға кәрәк, тип иҫәпләй. Бынан тыш тағы бер етди йола бар: 31 декабрҙә төн уртаһында Италия халҡы дөһөрләтеп тәҙрәнән яраҡһыҙ фарфор һәм быяла һауыт-һаба, һыныҡ йыһаздар ташлай. Италияла Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдарының тантаналы тамамланыуы 6 ғинуар билдәләнгән.[1]
Һынамыштар, юрауҙар
Италияның төрлө өлкәлрендә бик күп һынамыштар, юрауҙар бар. Яңы йылдың бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуын тәү осраған кешегә ҡарап юрайҙар, ҡайҙа өйҙә (әгәр кемдер килә икән) йәки урамда булыуға ҡарамаҫтан. Ҡарт йәки ғәрип кешене осратыу яҡшы, ә бала, дин әһеле йәки монах булһа, насар билдә. Икенсе енес кешеһе менән осрашыу именлек килтерәсәк.[3]
Италия ауылдарында Яңы йыл төнөндә йәки Яңы йылдың тәүге көнөндә ҡыҙҙарҙың буласаҡ кейәүенең кем булыуын юрау ҡабул ителгән. Итальян ҡыҙҙары йорт болдоронан ҡапҡаға аяҡ кейемдәрен ырғыта. Туфли мороно менән ҡапҡа яғына боролһа, ҡыҙ мотлаҡ киләһе йылда кейәүгә сыға, әгәр ҙә ул өйгә ҡараһа, кейәүгә сығыу кисегеп торасаҡ. Фасоль менән юрау: береһен яртылаш таҙарта, икенсеһен — тулыһынса, өсөнсөһөн ҡабығында ҡалдыра. Ҡыҙ фасолдең һәр береһен айырым тоҡсайға һала ла, мендәр аҫтына ҡыҫтырып, йоҡларға ята. 1 ғинуарҙа иртән тоҡсайҙың береһен тартып сығарырға тейеш. Әгәр унда тулыһынса таҙартылған фасоль булһа — ярлыға, яртылаш таҙартылған — урта хәлле, таҙартылмағаны бай кешегә кейәүгә сығасағы аңлашыла.[1]
Халыҡ инаныуҙары буйынса, Раштыуанан башлап янған түмәр көлө шифалы сифаттарға эйә. Крәҫтиәндәр бармаҡтарына бер семтем көл һалып, һауала кешеләр йәки хайуандар өҫтөнән тәре яһап имләй. Имләү бәхетһеҙлекте кешеләрҙән ситкә йүнәлтер, мал-тыуарҙы ҡотҡарыр, тигән ышаныс менән башҡарыла. Сицилияла, Апулияла һәм илдең башҡа көньяҡ райондарында крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары һауа торошон «арбау» маҡсатында күмер һәм янып бөтмәгән торонбаш ҡалдыҡтарын йыя.[1]
Италия халҡында яңыртыу һәм таҙартыу сараһы булараҡ һыу ҡулланыла. 1 ғинуарҙа иртән крәҫтиәндәр «яңы һыу» алыу һәм өйгә алып ҡайтыу өсөн шишмәгә бара. Абруцци өлкәһенең ҡайһы бер ауылдарында ҡояш ҡалҡҡанға тиклем алынған һыу доға ҡылыу өсөн хеҙмәт итә. Башҡа ерҙәрҙә «яңы һыу» менән ҡыҙҙар кейәүҙәренең ниндәйерәк кеше булыуын юрайҙар. Һыуҙы өйгә алып ҡайтып йыуынғас, ҡыҙҙар уны урамға сығарып түгә, еүеш юлдан кем үтеүен күҙәтә. Шул үтеп барыусы кешегә ҡарап буласаҡ кейәүҙең ниндәй кеше икәнлеге асыҡлана.[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Токарев С.А., И. Н. Гроздова, Т. Д. Златковская, гл. Итальянцы
- ↑ Новогодние традиции Италии:ужин Святого Сильвестра,веселье и битая посуда, Русский эмигрант.
- ↑ Новогодние традиции и обычаи в Италии. — Дата обращения: 03.01.2024.
Әҙәбиәт
- Токарев С.А., И. Н. Гроздова, Т. Д. Златковская. Календарные обычаи и обряды в странах зарубежной Европы XIX - начала XX века. Зимние праздники. — Москва: Наука, 1977. — 351 с.