Ишбулатов Илгиз Вәкил улы

Ишбулатов Илгиз Вәкил улы (6 декабрь 1986 йыл) — шағир, журналист. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2014)[1]. «Һәнәк» журналының баш мөхәррире (2024).

undefined

Биографияһы

Илгиз Вәкил улы Ишбулатов 1986 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ала (2009). 2009—2010 йылдарҙа Рәсәй Армияһы сафында хәрби бурысын үтәй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2010 йылда «Киске Өфө» гәзитендә тәржемәсе булып башлай. 2017—2024 йылдарҙа «Һәнәк» сатира һәм юмор журналының яуаплы сәркәтибе, баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы була, 2024 йылдың ғинуарынан — баш мөхәррире.

Ижады

Ижад менән бик иртә шөғөлләнә башлай. 2008 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында «Мин осар ҡош» тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыға.

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале дипломанты (Бәләбәй, 2009).
  • Йәш әҙәбиәтселәрҙең республика конкурсы (1-се урын, «Шиғриәт» номинацияһы, 2021)[2].
  • Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһы (Баймаҡ районы, 2020)[3].