Ишмөхәмәтов Ғайса Харис улы
Ғайса Харис улы Ишмөхәмәтов (рус. Ишмухаметов Гайса Харисович; 1966 йылдың 22 майы, Саҙалы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).
Биографияһы
Ғайса Харис улы Ишмөхәмәтов 1966 йылда Ейәнсура районы Саҙалы ауылында тыуған. 1990 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1990 йылда Яңыбай урта мәктәбендә мәктәп директоры булып башлай. Был вазифала 1996 йылға тиклем эшләй. Артабан хеҙмәт юлын ошо мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып дауам итә.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» 2005 еңеүсеһе[1].
Республика, район матбуғатында сығыш яһай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы 2005)[2],
- Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы премияһы еңеүсеһе (2008).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лучшие учителя республики удостоены почетного звания "Заслуженный учитель Республики Башкортостан". Башинформ (20 апрель 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
- ↑ О присуждении премий Президента Республики Башкортостан лауреатам конкурсов "Учитель года Башкортостана-2005" и "Учитель года башкирского языка и литературы-2005". Электронный фонд правовых и нормативных актов (20 апрель 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.