Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1957 (67 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы (рус. Идиатуллин Хасан Сагитзянович; (15 ғинуар 1957 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәсән Сәғитйән улы Иҙиәтуллин 1957 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Тәпәреш ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле: 1974—1976 йылдарҙа Ырымбур Юғары авиация институтында (хәҙерге Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктары училищеһы) уҡыған, 1980 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1980 йылда Илеш районы «Дружба» колхозында баш агроном булып башлай. 1981—1985 йылдарҙа Шишмә районының «Рассвет» һәм «Большевик» колхоздарында баш агроном, артабан Оло-Теләк совхозы директоры. 1991 йылдан Иглин районы «Оло-Теләк» крҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе. [1]
Иглин районы 210-сы Оло Теләк һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була. [2]
Ғаиләһендә ҡатыны менән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104