Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы

Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова (рус. Иксанова Нафиря Назмутдиновна; 1951 йылдың 14 марты, Ҡыйғаҙытамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй музыка педагогы, хор дирижёры, режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).

Биографияһы

Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова (ҡыҙ фамилияһы Бабичева[1]) 1951 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған. Нәжметдин уҙамандың 8 балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай. Апайҙарына эйәреп Нәфирә лә медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, дауаханала эшләй. Тик сәнғәткә булған һөйөү барыбер өҫтөнлөк ала.

1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (З. Х. Ғөбәйҙуллина класы), 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Э. Х. Ғәйфуллина класы; 1999, А. И. Корякин курсы) тамамлаған.

1983—2006 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһында, 2001 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, бер үк ваҡытта Хор (рус.)баш. капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры булып эшләй.

1979 йылда Башҡорт дәүләт педагогия иститутында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар хорын ойоштора һәм художество етәксеһе була.

2007 йылдан башлап «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе[2].

2002 йылда Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында (Химки ҡалаһы; етәксеһе — СССР-ҙың халыҡ артисы В. Н. Минин) стажировка үтә.

undefined

2010 йылда Өфөлә «Милый мой хоровод» рус йыры ансамбленең һәм С. Т. Аксаков исемендәге баҡсаһының «Сылтыр шишмә», Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының «Өфө хәтирәләре» башҡорт йыры ансамблдәренең ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе була[3].

Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелгән театрлаштырылған тамашалар, юмор һәм сатира кисәләре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей кисәләре сценарийҙары авторы һәм режиссёры[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992);
  • Мишкә районының Почетлы гражданины (2020)[5].

Өҫтәмә мәғлүмәт

Иҫкәрмәләр

  1. Лейла Аралбаева. Меня преследует фраза «Если не ты, то кто?» - худрук Ансамбля «Мирас» Нафиря Иксанова. <fibyajhv (14 март 2021).
  2. Художественный руководитель Ансамбля «Мирас» Нафиря Иксанова отмечает свой 70-летний юбилей. Уфимский ансамбль песни и танца «Мирас». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  3. Меня преследует фраза «Если не ты, то кто?» - худрук Ансамбля «Мирас» Нафиря Иксанова. Башинформ (14 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  4. 1 2 Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  5. Почетные граждане / Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.

Һылтанмалар