Иҫкесә Яңы йыл (фильм, 1980)

«Иҫке Яңы йыл» (рус. Старый Новый год) — 1980 йылда Михаил Рощиндың шул уҡ исемле пьесаһы мотивтары буйынса режиссерҙар Наум Ардашников һәм Олег Ефремов төшөргән ике сериялы совет телевизион комедия фильмы. Төп ролдәрҙе Вячеслав Невинный, Ксения Минина, Александр Калягин һәм Ирина мирошниченко башҡара[1][2]. Фильм премьераһы 1981 йылдың 2 ғинуарында була[3].

Сюжеты

Иҫке Яңы йыл байрамы алды. Совет үлсәмдәре буйынса бер йортта йәшәүсе хәлле генә ике ғаилә — эшсе синыф вәкиле Себейкиндар һәм интеллигет Полуорловтар — байрамды билдәләй. Шул уҡ ваҡытта Себейкиндар өй туйы ла үткәрә. Шулай уҡ ике ғаиләгә лә бер үк ваҡытта тиерлек шаҡтай иҫерек күрше-пенсионер Иван Адамыч инеп йөрөй. Ул — элекке лифтсы, капельдинер һәм, ғөмүмән, хөрмәтле кеше, һөйләгәндә йыш ҡына Екклесиаст китабынан, Гегель менән Руссонан цитаталар ҡуллана.

Петр Полуорлов байрамға барыһы ла әҙер өйөнә кис бик насар кәйефтә ҡайтып инә. Ул тормоштан һәм бөтә ҡаҙаныштарынан ҡәнәғәт түгел. Матди байлыҡ һәм уңайлы шарттары булған фатир — уның йәшәү маҡсаты түгел. Ҡатыны, туғандары һәм дуҫтары йорт йыһаздарын, телевизор һәм пианиноны фатирҙан сығарып ташларға ни өсөн хәл иткәнен аңламай.

Петр Себейкин да туғандары менән уртаҡ тел тапмай. Ул ғүмере буйы ғаилә имен һәм етеш булһын өсөн эшләй, ләкин көтмәгәндә быларҙың барыһы өсөн ҡатынының асыулана, туғандарының көнләшә һәм һөйләнсек ҡәйнәнең шелтәләй.

Полуорлов менән Себейкин, туғандары менән талашып, ишекте ҡаты ябып, фатирҙарынан иң яҡшы дуҫтары менән сығып китәләр. Ике ир, әлбиттә, Иван Адамич ярҙамы менән, мунсала осраша. Мунсанан һәм бер кружка һыранан һуң, уларға артабанғы ғаилә тормошо йүнәлешен аңлау бурысы тора.

Ролдәрҙә

Актёр Роль
Вячеслав Невинный Пётр Фёдорович Себейкин Пётр Фёдорович Себейкин
Ксения Минина Клава Себейкина Клава Себейкина
Анастасия Немоляева Лиза, Лиза, Себейкиндарҙың ҡыҙы
Александр Калягин Пётр Николаевич Полуорлов Пётр Николаевич Полуорлов
Ирина Мирошниченко Клава Полуорлова Клава Полуорлова
Валентин Карманов Федя, Федя, Полуорловтарҙың улы
Виктор Петров Вася (Василий Иванович), Вася (Василий Иванович), Себейкиндың дуҫы
Георгий Бурков Павел Петрович, Павел Петрович, Себейкиндың ҡайныһы
Валерия Дементьева Марья Ивановна, Марья Ивановна, Себейкиндың ҡәйнәһе
Татьяна Забродина Люба, Люба, Себейкиндың яҡын туғаны
Владимир Трошин Любаның ир, Любаның ир, местком ағзаһы,
Борис Щербаков студент, студент, Любаның улы, Себейкиндың туғаны
Наталья Назарова Нюра, Нюра, Любаның килене, студент ҡатыны
Пётр Щербаков Гоша, Гоша, Полуорловтың дуҫы, баянсы
Лилия Евстигнеева Инна, Инна, Полуорловтың һеңлеһе, Гошаның ҡатыны
Марина Добровольская Даша, Даша, Валериктың әхирәте
Вячеслав Степанов Валерик, Валерик, Полуорловтың дуҫы
Евгения Ханаева Анна Романовна, Анна Романовна, Клавы Полуорлованың апаһы
Евгений Евстигнеев Иван Адамыч, Иван Адамыч, өлгөр күрше
Татьяна Никитина ҡунаҡ
Сергей Никитин гитаралы ҡунаҡ

Фильдан күренештәр

Фильды төшөрөү

Олег Ефремов фильмдың жанрын «ярымкомедия» тип билдәләй. Олег Ефремов (МХАТ) ҡуйған «Иҫке Яңы йыл» спектакленең уңышы (Михаил Рощиндың 1966 йылда яҙылған шул уҡ исемле пьесаһы буйынса[4]) экранизация өсөн этәргес булып хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта кинола спектаклдә ҡатнашҡан актерҙар составы уйнай[5][6].

Фильмда Калинин проспекты (һуңынан Яңы Арбат), Смоленск майҙаны, Гоголевский бульвары, Пречистенский ҡапҡаһы майҙаны, Остоженка, Брюсов тыҡрығы, Оло Никит урамы, Чистопрудный бульвары күренә.

Фильм ике аҙна эсендә төшөрөлгән, йәй көнө, ҡышҡы пейзаждар картинаға монтаж этабында өҫтәлә.

Фильм эпизодтарының береһендә геройҙар Сандун мунсаһынан сыға[7]. Әммә фильм бында төшөрөлмәй, ә Үҙәк мунсала йәки «Мосфильм» павильондарында төшөрөлә[5].

Фильм Наум Ардашников ижадының иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе була[8], шулай уҡ Олег Ефремовтың икенсе («Күпер төҙөлә» (рус. Строится мост) фильмынан һуң) һәм һуңғы режиссерлыҡ эше.

Шулай уҡ был фильмда Валерия Дементьева кинола һуңғы ролен уйнай, ә Анастасия Немоляеваның, шулай уҡ Сергей һәм Татьяна Никитиндар дуэтының тәүге актёрлыҡ эше була.

Иҫкәрмәләр

  1. Старый Новый год (1980). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  2. Старый Новый год. Мосфильм. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  3. Премьеры/Старый Новый год 1980. www.kinopoisk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  4. Старый Новый год. Старое Радио. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  5. 1 2 Снимали летом за 14 дней. Как создавался фильм «Старый Новый год». Аргументы и факты. Аргументы и факты (14 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  6. М. Строева. «Старый новый год». Вечерняя Москва (28 июнь 1973). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  7. Марина Герасимова. В главной роли — Москва // Аргументы и факты. Москва, № 4, 2015 — стр. 43
  8. Оператор режиссерского масштаба. КоммерсантЪ (3 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә