753 йылдар тирәһендә[4], Иҫке Ладога Готланд утрауынан килгән кешеләр тарафынан нигеҙләнгән, ул Любша ҡәлғәһенән Волхов йылғаһының ағымы буйлап 2 км өҫтәрәк урынлашҡан. Был кешеләр үҙенсәлекле урта европа сығышлы славян мәҙәниәте вәкилдәре булған[5], ә ауыл, үҙ сиратында, 700 йылдарҙа урындағы фин-прибалттарҙан тартып алынған. 760-сы йылдарҙа Ладога ауылы төньяҡ-көнбайышта: Поднестровье, Днепрҙың һул яры, Дунай буйы, Днепр крайы, йәки Волга һәм Көнбайыш Двина (прага, пеньков йәки колочин мәҙәниәтенә оҡшаш) иртә славян мәҙәниәте вәкилдәре тарафынан емерелгән һәм улар урынына бура конструкциялы йорттар менән ҡабаттан төҙөлгән (быстрая айырмалы рәүештә скандинавтарҙың бағанаға ултыртып төҙөлгән конструкциялы йорттарҙан айырмалы рәүештә) һәм унда «глазчатый (күҙле, тишекле)» муйынсаҡтар эшләп башҡалар менән тауар алмаштырыу ойоштороп ебәрелгән. Был тораҡ 830 йылға тиклем торған һәм яңынан варяг-скандинавтар тарафынан баҫып алынған.
Артабан "Повесть временных лет" ошо хәлдәрҙе былай тип бәйән итә:
Изгнали варяг за море, и не дали им дани, и начали сами собой владеть, и не было среди них правды, и встал род на род, и была у них усобица, и стали воевать друг с другом. И сказали себе: «Поищем себе князя, который бы владел нами и судил по праву». И пошли за море к варягам, к руси. Те варяги назывались русью, как другие называются шведы, а иные норманны и англы, а ещё иные готландцы, — вот так и эти. Сказали руси чудь, словене, кривичи и весь: «Земля наша велика и обильна, а порядка в ней нет. Приходите княжить и владеть нами». И избрались трое братьев со своими родам, и взяли с собой всю русь, и пришли, и сел старший, Рюрик, в Новгороде, а другой, Синеус, — на Белоозере, а третий, Трувор, — в Изборске. И от тех варягов прозвалась Русская земля. Новгородцы же — те люди от варяжского рода, а прежде были словене[6].
1909-1910 йылдарҙа археологик ҡаҙыу эштәре алып барыла, ә 1911-1913 йылдарҙа — Иҫке Ладогалағы Ер ҡаласыҡ системалы ҡаҙыла. Уның етәксеһе - Рус Этнография музейының ғилми хеҙмәткәре Н. И. Репников[11].
1931 йылда Иҫке Ладога ҡәлғәһен археологик тикшеренеүҙәр системалы рәүештә В. А. Богусевич етәкселегендә алып барыла, артабан был эште П А. Раппопорт дауам итә.
Иҫке Ладога ҡәлғәһе. Тергеҙелгән Воротной һәм Климентовский манаралары, улар араһында- диуар ҡойма. (архитекторҙар А. А. Драга, Г. Г. Носков, Э. А. Экк, 1960-1976).
1972 йылдаРәсәй Фәндәр академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институтының археология экспедицияһы А. Н. Кирпичников етәкселегендә ҡәлғәлә ҡаҙыныуҙар башлай.