Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы

Рәмилә Наил ҡыҙы Йомағужина (рус. Юмагужина Рамиля Наилевна; 1953 йылдың 10 сентябре, Кәрим, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй юристы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр кандидаты (2006).

Биографияһы

Рәмилә Наил ҡыҙы 1953 йылда Учалы районының Кәрим ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Наил Шаһибал улы Бүләков билдәле йырсы була, 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһын «Урал» халыҡ йыры менән асып дан ала.

Белеме

Кәрим ауылында 5-се класты тамамлай; Комсомольск урта мәктәбендә 8-се классты бөтөрә; Мәсәғүт педагогия училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай; Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай; Һуңынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлы

Рәмилә Наил ҡыҙы төрлө тармаҡтарҙа эшләгән:

  • Дыуан районы гәзитендә журналист;
  • Дыуан район советы башҡарма комитетында инструктор;
  • Район советы секретары, ике саҡырылыш депутат;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында баш белгес;
  • Башҡортостан Республикаһы Конституция судында 8 йыл хеҙмәт итә;
  • 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе;
  • Артабан Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығы ҡарамағында ЗАГС идаралығын етәкләй[1];
  • 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡытыусы һәм декан урынбаҫары булып эшләй.

Уның етәкселегендә ЗАГС системаһында бер нисә мөһим яңылыҡ индерелә[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Рәмилә Йомағужина:

  • комсомол ойошмаһы секретары була;
  • партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләй;
  • 10 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара.
    • Ижади эшмәкәрлеге

Хеҙмәттән һуң ул әҙәби ижад менән шөғөлләнә:

  • шиғырҙар яҙа;
  • уның һүҙҙәренә композиторҙар йырҙар ижад итә;
  • билдәле йырҙар: «Башҡортостан», «Учалым», «Йыр бүләк итәм»;
  • 2020 йылда «Время выбрало нас» исемле китабы донъя күрә.

Китапта автор үҙенең бала сағы, уҡыуы, хеҙмәт юлы һәм тормош ваҡиғалары тураһында яҙа[3].

Шәхси тормошо

2025 йылда Рәмилә Наил ҡыҙы ире Динар Ҡәнзәфәр улы менән бергә алтын туйҙарын (50 йыл бергә йәшәү) билдәләне. Ире Башҡортостан телерадиокомпанияһының радиотапшырыу студияһында техник тәьминәт начальнигы булып эшләй, совет һәм Рәсәй юристы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр кандидаты (2006).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының юбилей миҙалы.
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2008)[1].

Иҫкәрмәләр