Йорт турғайы
Йорт турғайы (өй турғайы, өй сыпсығы, сыпсыҡ, хәрәм турғай, буҙ турғай, ауыл турғайы, рус. Домовой воробей, лат. Passer domesticus) — киң таралған турғайҙар ғаиләһенә ингән ҡош. Ул — кеше торлағына яҡын йәшәүсе (төр исеме лә шунан килеп сыҡҡан) иң билдәле ҡоштарҙың береһе[2]. Уны тышҡы ҡиәфәте буйынса ла, үҙенсәлекле сырҡылдауы буйынса ла таныуы бик еңел[3].
Биологик тасуирлама
Тышҡы ҡиәфәте
Йорт турғайының кәүҙәһе оҙонлоғо 14–18 см, ауырлығы 21–37 г тәшкил итә. Ҡанат-ҡойроҡтарының төҫө: өҫтән ҡыҙғылт-һоро, ҡара таптар менән ҡуйы ҡыҙғылт һары, аҫтан аҡһыл йәки һоро. Яңаҡтары аҡ, ҡолаҡ тирәһе асыҡ һоро төҫтә. Ҡанаттарында һарғылт-аҡ арҡыры һыҙат бар.
Ата ҡош инә ҡоштан эйәген, тамағын, зобын һәм түшенең өҫкө өлөшөн ҡаплап алған ҙур ҡара тап («галстук») менән айырыла. Шулай уҡ уның башының өҫкө өлөшө ҡуйы һоро (инә ҡоштоң — ҡуйы көрән) төҫтә. Инә ҡоштоң башы һәм тамағы һоро, ә күҙ өҫтөндә асыҡ һары-һоро һыҙат була[2][3].
Таралышы
Элек йорт турғайы Төньяҡ Европала ғына йәшәгән. Тәүҙә ул Европа һәм Азияла киң таралған, һуңыраҡ Төньяҡ һәм Көнсығыш Африкаға, Сенегалға, Кесе Азияға, Ғәрәп ярымутрауына һәм Ява утрауына үтеп ингән. ХХ быуаттан башлап ул төрлө илдәргә килтерелә һәм хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Африкала, Австралияла, Яңы Зеландияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ күп кенә утрауҙарҙа ла йәшәй[4][5].
Нигеҙҙә, ул — ултыраҡ ҡош. Өйөрө йәшәгән урындан ғәҙәттә 2–3 км-ҙан да ары осоп китмәй. Тик Урта Азия кеүек төбәктәрҙән генә ҡышҡылыҡҡа Һиндостанға һәм Алғы Азияға осоп китәләр.
Кеше йәшәгән ерҙәрҙе эҙәрлекләп, сыйырсыҡ төньяҡҡа — урман тундраһы һәм тундра зоналарына (Мурманск өлкәһе, Салехард һ.б.) тиклем барып еткән. 2021 йылғы баһалауҙар буйынса, йорт турғайы — донъяла иң күп таралған ҡош төрө, уларҙың һаны 1,6 млрд-ҡа етә[6].
Йәшәү рәүеше
Йорт турғайы синантроп төр (кеше менән йәнәш йәшәүсе) булараҡ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән шарттарға яҡшы яраҡлашҡан. Уны ауыл ерендә лә, ҡалала ла осратырға мөмкин. Ултыраҡ тормош алып барыуы кеше тораҡтарында оялау өсөн уңайлы урындар һәм мул аҙыҡ булыуы менән аңлатыла.
Туҡланыуы
Нигеҙҙә үҫемлек аҙығы менән туҡлана, ә яҙын һәм йәйен өлөшләтә бөжәктәрҙе ашай (балаларын да бөжәк менән туйындыра). Уның рационына ауыл хужалығы культураларының орлоҡтары, аҙыҡ ҡалдыҡтары, баҫыуҙарҙағы иген, баҡсалағы еләк-емеш, яҙын ағас бөрөләре, көҙөн сүп үләндәре орлоҡтары инә[7].
Үрсеүе
Йорт турғайҙвпы айырым парҙар, ҡайһы саҡта колониялар булып оялай. Ояларын бина ярыҡтарында, соҡорҙарҙа, ағас ҡыуыштарында, сыйырсыҡ умарталарына ҡоралар. Көньяҡта ояларын ағас ботаҡтарында ла яһайҙар.
Күҙәтеүҙәр буйынса, турғайҙар ғүмерлеккә пар төҙөй. Уларҙың ғүмере оҙон түгел: күбеһе 4 йылға ла етмәй, ә уртаса йәшәү оҙонлоғо 9–21 ай тәшкил итә.
Ояны ата һәм инә ҡош бергәләп һаламдан, ҡоро үләндән һәм ҡауырһындарҙан ҡора. Рәсәйҙең урта һыҙатында март айында парҙарға бүленә башлайҙар, ә апрелдә йомортҡа һалалар. Инә ҡош 4-тән 10-ға (ғәҙәттә 5–7) тиклем йомортҡа һала. Йомортҡа баҫыу 11–13 көн дауам итә. Балалары сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс, оянан осоп сығалар[3][7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вильгельма фон Райта рәсеме (|Wilhelm von Wright, 1810—1887) из книги: Svenska fåglar, efter naturen och på sten ritade (2-е издание).
- ↑ 1 2 Воробей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Назаренко Е. А., Бессонов С. А. Passer domesticus (Linnaeus, 1758) — Домовой воробей. Позвоночные животные России (информационно-поисковая система). Авторы общей концепции и разработчики информационно-поисковой системы: Павлов Д. С., Петросян В. Г., Дгебуадзе Ю. Ю., Рожнов В. В., Решетников Ю. С., Кузьмин С. Л., Варшавский А. А., Корнеева Т. М., Павлов А. В., Бессонов С. А., Вепринцева О. Д., Омельченко А. В., Павлинов И. Я., Орлова В. Ф., Лоскот В. М., Дорофеева Е. А., Сиделева В. Г. М.: Группа биоинформатики и моделирования биологических процессов; Федеральное государственное бюджетное учреждение науки Институт проблем экологии и эволюции им. А. Н. Северцова Российской академии наук (ИПЭЭ РАН). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2017. Архивировано 17 апрель 2013 года.
- ↑ BirdLife International (BirdLife International). IUCN Red List of Threatened Species: Italian Sparrow. IUCN Red List of Threatened Species (9 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2020.
- ↑ Италия — родина воробьев. www.vokrugsveta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2020.
- ↑ Callaghan C. T. et al. Global abundance estimates for 9,700 bird species (инг.) // Proceedings of the National Academy of Sciences. — 2021. — 25 May (vol. 21, no. 118). — DOI:DOI:10.1073/pnas.2023170118.
- ↑ 1 2 Воробьи / Дементьев Г. П. // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5).