Йылға һарҡыуы

Йылғаның һарҡыуы [1] — (рус. Падение реки) — йылға ағымы буйынса бер-береһенән күпмелер алыҫлыҡта урынлашҡан ике нөктәлә йылға бейеклеге кимәле айырмаһы.

undefined
undefined

Тасуирламаһы

Һыу башындағы һәм тамағындағы һыу кимәле айырмаһы йылғаның тулыһынса һарҡыуы тип атала.

Йылға һарҡыуы, ҡағиҙә булараҡ, уның 1 км оҙонлоғона ҡарата иҫәпләнә. Тигеҙлектәге йылғалар өсөн ул ғәҙәттә бер нисә сантиметр тәшкил итә, тау йылғаларында айырма — метрҙар һәм тиҫтәләрсә метр тәшкил итә. Билдәле бер киҫемдә һыу бейеклеге айырмаһының нисбәте өсөн «йылға ауышлығы» термины ҡулланыла. Йылғаның ныҡ һарҡыуы суднолар йөрөүгә кәртә булып тора. Шул уҡ ваҡытта ул йылғаның потенциаль энергияһын арттыра[2][3]

Башҡортостан йылғалары

Башы менән тамағы араһында бейеклектә ҙур айырма тау йылғаларына хас. Был Башҡортостандың таулы райондарының йылғалары өсөн ғәҙәти күренеш.

Иҫкәрмәләр

  1. Һарҡыу - түбәнгә табан киткән ер йәки тараф// Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 576-сы бит
  2. Падение реки//Географическая энциклопедия
  3. География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.

Сығанаҡтар

  • География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.

Категориялар