Йыуаса
Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки һәм монгол халыҡтары араһында таралған. Һөт менән йомортҡа ҡушып йәиһә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, һөт, май, йомортҡа һ.б. тәмләткестәр ҡушып) эшләнгән ҡамырҙан әҙерләнә. Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 см ҙурлығындағы ромбиктарға киҫелә. Икенсе вариант — ҡамырҙы түңәрәк киҫәк итеп йәйәләр ҙә 5 см оҙонлоғондағы буйҙарға киҫәләр. Иретелгән йәиһә эс майында әҙерләйҙәр. Сәй янына тәрилкәләрҙә һәм вазаларҙа бирәләр, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла бешерәләр.
Ингредиенттары
- он
- йомортҡа
- шәкәр
- аҡ май
- тоҙ.
Йолаһы
Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ әҙерләнә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында таратыла.
Башҡортостанда «Йыуаса» туй йолаһы таралған.
Һылтанмалар
- Шитова С. Н. Йыуаса // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.bashkirskayakuhnya.com/vypechki/%D1%8E%D0%B0%D1%81%D0%B0/
- http://yir.atspace.com/yiwasa.htm
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.