Йүрелек

Йүрелек (Лесной жаворонок) (Lullula arborea L).

undefined

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлыҡ. Башлыса ерҙә йөрөүсе ҡош. Ағастар¬ға, ҡыуаҡтарға ла ҡуна. Ағас башына ултырып йәки һа¬уала һайрай, һырты буй ҡара таптар менән сыбарланған ҡара-көрән. Түше көрәнһыу таплы һорғолт һары, ҡорһағы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Башында буй һыҙыҡлы бәләкәй генә бүрке күренә, һабан турғайынан аҡ ҡашы һәм бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы ҡыҫҡа ғына: «тир-рит», һайрауы яңғырауыҡлы һыҙғырыуҙарҙан тора: «йүрли-йүрли-йүрли-йүрли-йүрли-йүлү».

Lullula arborea in air.svg

Йәшәү рәүеше

Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. Көрән йәки ҡыҙыл таплы 5—6 бөртөк аҡ төҫтәге йомортҡа һала.

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90