Йүрүҙәнтамаҡ тораһы
Тасуирламаһы
Урынлашыуы
Йүрүҙәнтамаҡ тораһы Башҡортостан Республикаһының Йүрүҙән йылғаһы тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
Йүрүҙәнтамаҡ тораһы майҙанында археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында 860 м² ер ҡаҙылған.
Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған.
Көньяҡ өлөшөндәге торала тире һәм күн эшкәртеү өсөн таш ҡоралдар: бысаҡ, ҡырғыстар, уҡ башағы, мөйөшлө ҡырҡҡыс, тишкес, ҡасау, балталар һ.б. табылған. Ваҡ ҡырсынташ һәм тальк ҡушып эшләнгән һауыттарҙың ярсыҡтарында ҡыҫҡа ҡыя һыҙыҡтар, соҡорло биҙәк, киң һыҙыҡтар, тешле мөһөр һуғылған биҙәктәр төшөрөлгән.
Төньяҡ өлөшөндәге торала таш балта, уймыр, бырау, ватҡыс, ҡыҫҡыстар һәм башҡалар табылған. Йәмғеһе 20 меңдән ашыу әйбер асыҡланған.
Ҡаҙылған майҙандың өҫкө ҡатламында Гамаюн (Һомай) мәҙәниәтенә, һәм Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған һауыт ҡалдыҡтары табылған. Улар иртә тимер быуат осорона ҡарай.
Неолит дәүере ҡомартҡыһы ваҡытлыса ғына торама булған, ундағы таш эшкәртеү оҫтаханаһында халыҡ саҡматаштан ҡоралдар эшләгән һәм йәнлек тиреләре эшкәрткән, тип фараз ителә.
Ҡомартҡы материалдарының бер өлөшө Археология һәм этнография музейында Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]. Йәнә бер өлөшө Башҡортостан Республикаһының Милли музейына тапшырылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Йүрүҙәнтамаҡ тораһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Крижевская Лия Яковлевна
- ↑ К 100-летию Л. Я. Крижевской: фотодокументы полевых исследований
Һылтанмалар
- Йүрүҙәнтамаҡ тораһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.</ref>
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
- Крижевская Л. Я. Поселения эпохи железа на северо‑востоке Башкирии //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.