Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы 2018

Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы 2018Йәштәр хоккей лигаһы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы менән бергә үткәрә торған донъя кубогының һигеҙенсе ярышы. Ул 2018 йылдың август айында Сочи ҡалаһында «Сириус» балалар белем биреү үҙәге базаһында үтә[1]. Был турала 2017 йылдың 27 авгусында 7-се донъя кубогының финалынан һуң билдәле була.

Файл:Донъя кубогы2018.jpeg
Турнирҙың логотибы

Турнирҙа һигеҙ илдән һигеҙ команда ҡатнаша. Ярославлдән «Локо» хоккей клубы Донъя кубогын икенсе тапҡыр еңә. Көмөш миҙалдарын Швециянан ХВ 71 командаһы яулай. Бронза миҙалдарҙы Канаданан «Оттава Каэпиталз» еңә.

Төп арена

Арена Ҡала Һыйҙырышлығы Ниндәй уйындар үтә
«Шайба» БА Flag of Sochi (Krasnodar krai).svg Сочи 7 000 Бөтә уйындар

Ҡатнашыусылар

Йәштәр донъя кубогында Рәсәй, Канада, Швеция, Финляндия, Чехия, Австрия, Ҡытай һәм Швейцариянан һигеҙ команда ҡатнаша. Рәсәй менән Швеция клубтары бөтә кубоктарҙа ла ҡатнаша, ә Латвиянан «Рига» хоккей клубы тәүгегә был турнирға саҡырылмай. Канадалағы йәштәр лигаларының «Оттава Кэпиталз» йыйылма командаһы һәм Швециянан «ХВ 71» был кубокта тәүгегә ҡатнаша.

Тәүҙә был турнирҙа «Куньлунь Ред Стар Юниор» командаһы ҡатнашырға тейеш ине, әммә аҙаҡтан был клуб Харбин ҡалаһына күсә һәм исемен «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» тигәнгә алмаштыра.

«А» төркөмө

Команда Ҡала Лига Иҫкәрмәләр/Үткән миҙгел һөҙөмтәләре Нисәнсе ҡатнашыуы
Рәсәй флагы Локо Ярославль ЙХЛ Харламов кубогы чемпионы һәм «Локомотив» хоккей клубының йәштәр командаһы 2-се
Канада флагы Оттава Кэпиталз Оттава КХЛ Канада йәштәр лигаһының йыйылма командаһы 1-се
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы КРС Хэйлунцзян Харбин ЙХЛ «Куньлунь Ред Стар» хоккей клубының йәштәр командаһы/плей-оффҡа эләкмәй 1-се
Flag of Finland.svg Йокерит U20 Хельсинки Юниор СМ-Лигаһы «Йокерит» хоккей клубының йәштәр командаһы/Плей-оффҡа эләкмәйҙәр 3-сө

«Б» төркөмө

Команда Ҡала Лига Иҫкәрмәләр/Үткән миҙгел һөҙөмтәләре Нисәнсе ҡатнашыуы
Австрия Ред Булл U20 Зальцбург EBYSL «Ред Булл» йәштәр командаһы/Сирекфинал 2-се
Швейцария Давос U20 Давос ШЙХЛ «Давос» хоккей клубының йәштәр командаһы/Сирекфинал 2-се
Швеция ХВ 71 U20 Йёнчёпинг СуперЭлит U20 «ХВ 71» хоккей клубының йәштәр командаһы/Чемпион 1-се
Чехия Тршинец Тршинец Экстралига U20 «Оцеларжи» хоккей клубының йәштәр командаһы/Плей-оффҡа эләкмәй 2-се

Кубок форматы

8 команда дүртешәрләп ике төркөмгә бүленә. «А» төркөмөндә Рәсәйҙән ЙХЛ чемпионы уйнай. Төркөм эсендә һәр команда бер-береһе менән уйнай. Төркөмдәрҙә тәүге ике урынды алған командалар сирекфиналға сыға. Ә ҡалған командалар йыуатыу уйындарында ҡатнашалар. Сирекфинал еңеүселәре финалда төп трофей өсөн көрәшәләр.

Төркөм этабында еңгән өсөн команда өс мәрәй ала, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңеү өсөн ике мәрәй бирелә, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңелгәндәр бер мәрәй ала, ә төп ваҡытта еңелгәнгә мәрәй бирелмәй.

Төркөм этабы

«А» төркөмө

Турнир таблицаһы

Урын Команда У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О ГК ГҮ ГА М
1 Рәсәй флагы Локо 3 3 0 0 0 0 0 20 4 +16 9
2 Канада флагы Оттава Кэпиталз 3 2 0 0 0 0 1 15 9 +6 6
3 Flag of Finland.svg Йокерит U20 3 1 0 0 0 0 2 9 15 -6 3
4 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы КРС Хэйлунцзян 3 0 0 0 0 0 3 4 20 -16 0

У — Уйындар
ӨВЕ — Өҫтәмә ваҡытта еңеү
БСЕ — Булиттар серияһында еңеү
ӨВО — Өҫтәмә ваҡытта отолоу
БСО — Булиттар серияһында отолоу
Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны
О — төп ваҡытта еңелеүҙәр һаны
ГИ — Индерелгән голдар һаны
ГҮ — Үткәрелгән голдар һаны
ГА — Индерелгән һәм үткәрелгән голдар айырмаһы
М — Мәрәйҙәр һаны

Уйындар

Бөтә ерҙә лә Мәскәү ваҡыты (UTC+03) күрһәтелгән
18 август, 2018
15:00
Йокерит U20 Flag of Finland.svg 5 : 1
(1:1, 2:0, 2:0)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы КРС Хэйлунцзян «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
173 тамашасы

18 август, 2018
19:00
Локо Рәсәй флагы 4 : 2
(2:0, 1:0, 1:2)
Канада флагы Оттава Кэпиталз «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
2 350 тамашасы

20 август, 2018
15:00
Оттава Кэпиталз Канада флагы 6 : 3
(2:2, 2:1, 2:0)
Flag of Finland.svg Йокерит U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
247 тамашасы

20 август, 2018
19:00
Локо Рәсәй флагы 8 : 1
(4:1, 3:0, 1:0)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы КРС Хэйлунцзян «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
803 тамашасы

22 август, 2018
19:00
Локо Рәсәй флагы 8 : 1
(4:0, 3:1, 1:0)
Flag of Finland.svg Йокерит U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
1 592 тамашасы

23 август, 2018
12:00
Оттава Кэпиталз Канада флагы 7 : 2
(2:1, 2:1, 3:0)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы КРС Хэйлунцзян «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
187 тамашасы

«Б» төркөмө

Турнир таблицаһы

Урын Команда У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О ГК ГҮ ГА М
1 Швеция ХВ 71 U20 3 3 0 0 0 0 0 14 4 +10 9
2 Австрия Ред Булл U20 3 2 0 0 0 0 1 17 5 +12 6
3 Чехия Тршинец 3 0 1 0 0 0 2 6 16 -10 2
4 Швейцария Давос U20 3 0 0 0 0 1 2 4 16 -12 1

У — Уйындар
ӨВЕ — Өҫтәмә ваҡытта еңеү
БСЕ — Булиттар серияһында еңеү
ӨВО — Өҫтәмә ваҡытта отолоу
БСО — Булиттар серияһында отолоу
Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны
О — төп ваҡытта еңелеүҙәр һаны
ГИ — Индерелгән голдар һаны
ГҮ — Үткәрелгән голдар һаны
ГА — Индерелгән һәм үткәрелгән голдар айырмаһы
М — Мәрәйҙәр һаны

Уйындар

19 август, 2018
15:00
Давос U20 Швейцария 1 : 9
(0:5, 0:0, 1:4)
Австрия Ред Булл U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
127 тамашасы

19 август, 2018
19:00
ХВ 71 U20 Швеция флагы 7 : 2
(1:0, 4:0, 2:2)
Чехия Тршинец «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
318 тамашасы

21 август, 2018
15:00
Тршинец Чехия 3 : 2 (ө.в.)
(1:1, 0:0, 1:1, 1:0)
Швейцария Давос U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
197 тамашасы

21 август, 2018
19:00
ХВ 71 U20 Швеция флагы 3 : 1
(2:0, 1:0, 0:1)
Австрия Ред Булл U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
261 тамашасы

23 август, 2018
16:00
Тршинец Чехия 1 : 7
(0:1, 1:3, 0:3)
Австрия Ред Булл U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
127 тамашасы

23 август, 2018
20:00
ХВ 71 U20 Швеция флагы 4 : 1
(2:0, 1:0, 1:1)
Швейцария Давос U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
243 тамашасы

Плей-офф

  Ярымфиналдар Финал
             
25 август
 Рәсәй флагы Локо 8  
 Австрия Ред Булл U20 2  
 
26 август
     Рәсәй флагы Локо 3
   Швеция ХВ 71 U20 2
 
 
3-сө урын өсөн уйын
25 август 26 август
 Швеция ХВ 71 U20 4  Канада флагы Оттава Кэпиталз  2
 Канада флагы Оттава Кэпиталз 2    Австрия Ред Булл U20  1

Йыуатыу уйындары

5-се урын өсөн

24 август, 2018
15:00
Йокерит U20 Flag of Finland.svg 7 : 1
(0:0, 2:0, 5:1)
Чехия Тршинец «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
114 тамашасы

7-се урын өсөн

24 август, 2018
19:00
КРС Хэйлунцзян Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы 2 : 5
(0:1, 0:1, 2:3)
Швейцария Давос U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
152 тамашасы

Ярымфиналдар

25 август, 2018
15:00
ХВ 71 U20 Швеция 4 : 2
(3:0, 1:2, 0:0)
Канада флагы Оттава Кэпиталз «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
236 тамашасы

25 август, 2018
19:00
Локо Рәсәй флагы 8 : 2
(1:0, 3:0, 4:2)
Австрия Ред Булл U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
792 тамашасы

Бронза миҙалы өсөн уйын

26 август, 2018
15:00
Оттава Кэпиталз Канада флагы 2 : 1 (Б)
(0:0, 0:0, 1:1, 0:0, 1:0)
Австрия Ред Булл U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
187 тамашасы

Донъя кубогы финалы

26 август, 2018
19:00
Локо Рәсәй флагы 3 : 2
(0:0, 1:2, 2:0)
Швеция ХВ 71 U20 «Шайба», Рәсәй флагы Сочи
2 119 тамашасы

Шәхси бүләктәр

Турнир тамамланғас бер-нисә номинациялар буйынса донъя кубогының иң яҡшы уйынсылары билдәләнә:

  • Иң яҡшы ҡапҡасы: Хуго Альнефельт (ХВ 71 U20)
  • Иң яҡшы һаҡсы: Роопе Рейни (Йокерит U20)
  • Иң яҡшы һөжүмсе: Николай Коваленко (Локо)
  • Иң яҡшы бомбардир: Владислав Рыбаков (Локо)
  • Турнирҙың иң ҡиммәтле уйынсыһы: Николай Коваленко (Локо)

Уйынсылар статистикаһы

Һөжүмселәр һәм һаҡсылар

Уйынсы Команда Голдар Пастар Мәрәйҙәр
1 Рәсәй флагы Владислав Рыбаков Рәсәй флагы Локо 4 4 8
2 Рәсәй флагы Николай Коваленко Рәсәй флагы Локо 3 5 8
3 Flag of Finland.svg Валттери Оянтаканен Flag of Finland.svg Йокерит U20 5 2 7
4 Швеция Антон Хейккинен Швеция ХВ 71 U20 4 2 6
5 Рәсәй флагы Кирилл Слепец Рәсәй флагы Локо 4 2 6

Ҡапҡасылар

У Уйынсы Команда В ЫК %КҠШ ҠУ
1 Швеция Виктор Эстман Швеция ХВ 71 U20 119 1.5 93.3 0
2 Рәсәй флагы Илья Коновалов Рәсәй флагы Локо 239 1.75 91.6 0
3 Швеция Хуго Альнефельт Швеция ХВ 71 U20 179 2.01 93.1 0
4 Канада флагы Габриэль Каррьер Канада флагы Оттава Кэпиталз 189 2.21 93.3 0
5 Flag of Finland.svg Эмели Лааксо Австрия Ред Булл U20 309 2.72 90.3 0

Йомғаҡлау таблицаһы

Иҫкәрмәләр